From Wikipedia, the free encyclopedia
Мороз Галина Ивановна (8 апрель 1949 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала администрацияһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Мороз Галина Ивановна | |
Тыуған көнө | 8 апрель 1949 (75 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Түрешле, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Ырымбур дәүләт медицина академияһы[d] |
Мороз Галина Ивановна 1949 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Түрешле ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1976 йылда Ырымбур медицина институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1968 йылда шәфҡәт туташы булып башлай. 1976 йылда медицина институтын тамамлағас, Стәрлетамаҡ балалар кардио санаторийында табиб-ординатор, баш табиб булып эшләй. 1990—1992 йылдарҙа Стәрлетамаҡ үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала администрацияһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары.[1]
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 137-се Хоҙайберҙин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Ғаиләһендә ике бала үҫтергәндәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.