Мариан улағы
Тымыҡ океандағы Мариан утрауҙары янындағы донъялағы иң тәрән сөңгөл From Wikipedia, the free encyclopedia
Тымыҡ океандағы Мариан утрауҙары янындағы донъялағы иң тәрән сөңгөл From Wikipedia, the free encyclopedia
Мариа́н улағы (йәки Мариа́н сөңгөлө) — океан төбөндәге иң тәрән сөңгөл, Тымыҡ океандың көнбайышында урынлашҡан, Ерҙә билдәле булған сөңгөлдәрҙең иң тәрәне[2]. Атамаһы сөңгөлдөң эргәһендә генә ятҡан Мариан утрауҙары исеменән алынған. Улаҡтың формаһы ярым айға оҡшаш, оҙонлоғо 2 540 км тирәһе, уртаса киңлеге 69 км һәм тәрәнлеге 11 километрға тиклем етә. Соҡор төбөндә өҫкө һыу бағанаһы баҫымдың 1086 бар булыуын күрһәтә, был диңгеҙ кимәлендәге стандарт атмосфера баҫымынан 1071 тапҡырҙан да артығыраҡ. Бындай баҫымда һыу тығыҙлығы 4,96 процентҡа арта. Сөңгөлдөң түбөндә температура 1 градустан 4 °C градусҡа тиклем етә.
Мариан улағы | |
ингл. Mariana Trench | |
Кем хөрмәтенә аталған | Марианские острова[d] |
---|---|
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ-территориаль берәмек | Төньяҡ Мариан утруҙары |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Северный Тихий океан[d] |
Глубочайшая точка | Бездна Челленджера[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | −10 994 ± 25 метр[1] |
Мариан улағы Викимилектә |
Мариан улағының иң тәрән урыны — «Челленджер упҡыны» (ингл. Challenger Deep). Ул улаҡтың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Гуам утрауынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 340 километрҙа ята (координаттары: төньяҡ киңлектең 11 градус 22 секундында һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 142 градус 35 секундында). Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, максималь тәрәнлеге метр 10 028 тәшкил итә, диңгеҙ кимәленән 11 034 метрға түбән.
2009 йылда мариан улағы АҠШ-тың милли ҡомартҡыһы булып таныла. Скриппс Океанография Институты тикшеренеүселәре Мариан улағының 10,6 км тәрәнлегендә моноталамея[3] таба. Тупланған мәғлүмәттәр улаҡта йәшәүгә һәләтле микроб формаларының булыуын фаразлай.
Мариан улағында тәүге үлсәүҙәр (уны асыу) 1875 йылда Британияның «Челленджер» өс мачталы корветында үткәрелә. Үтә тәрән һыуҙа эшләүсе лот (прибор) ярҙамында улаҡтың тәрәнлеге 8367 метр тип билдәләнелә, әммә ҡабат үлсәгәндә прибор 8184 м тәрәнлекте күрһәтә. 1951 йылда инглиз экспедицияһы «Челленджер» ғилми-тикшеренеү судноһында эхолот ярҙамында иң тәрән урындың 10 863 метрға етеүен билдәләй[2]. 1957 йылда «Витязь» совет ғилми-тикшеренеү судноһының 25-се рейсы мәлендә Алексей Добровольский етәкселегендәге бер төркөм ғалимдар үткәргән үлсәүҙәр ваҡытында улаҡтың максималь тәрәнлегенең 11 022 метр булыуы асыҡлана (был — аныҡланған мәғлүмәт, тәүҙә улаҡтың тәрәнлеге 11 022 метр тип хәбәр ителгән була)[2][4]. Артабан совет уҡыу[5] һәм энциклопедик әсбаптарында тап ошо мәғлүмәт Мариан улағының иң тәрән нөктәһе тип атала. Тауыш тиҙлегенең һыуҙың үҙенсәлегенә бәйле булыуы (төрлө тәрәнлектә һыуҙың үҙенсәлектәре лә төрлөсә була) тәрәнлекте үлсәүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, шуға күрә бер нисә горизонтта һыуҙың үҙенсәлектәре махсус приборҙар ярҙамында (батометр һәм термометр) билдәләнергә һәм эхолот ярҙамында алынған мәғлүмәткә төҙәтеүҙәр[6] индерелергә тейеш. 1995 йылдағы тикшеренеүҙәр улаҡтың тәрәнлеге 10 920 м, ә 2009 йылдағыһы 10 971 м булыуын күрһәтә. 2011 йылғы тикшеренеүҙәрҙә — ±40 метр аныҡлыҡ менән сөңгөлдөң тәрәнлеге 10 994 метр тип таныла. Шулай итеп, улаҡтың «Челленджер упҡыны» (ингл. Challenger Deep) тип аталған иң тәрән нөктәһе диңгеҙ кимәленән Эверест тауының иң бейек нөктәһенән дә арыраҡ урынлашҡан.
Нью-Гэмпшир (АҠШ) университетының океанографик экспедицияһы үткәргән тикшеренеүҙәр Мариан улағында тауҙар булыуын асыҡлай[7]. 2010 йылдың август-октябрендә үтә улар, күп нурлы эхолот ярҙамында улаҡ төбөнөң майҙаны (400 000 кв. км) ентекләп тикшерелә. Һөҙөмтәлә Тымыҡ океан һәм Филиппин литосфер плиталары бер-береһенә тейеп торған урында, кәм тигәндә, бейеклектәре 2,5 км-ға еткән дүрт тау һыртының Мариан улағы төбөн ҡырҡып үтеүе асыҡлана. Тикшеренеүселәрҙең береһе шундай аңлатма бирә: «Был урында океандың төбө бик ҡатмарлы… Тау һырттары литосфер плиталарҙың даими хәрәкәте һөҙөмтәһендә яҡынса 180 миллион йыл элек барлыҡҡа килә. Тымыҡ океан плитаһының ситке өлөшө миллионлаған йылдар буйына, боронғораҡ һәм ауырыраҡ булғанға күрә, әкренләп Филиппин плитаһы аҫтына инә бара, шулай итеп океан төбөндә һырттар йыйырсыҡтары хасил була… »[7].
Улаҡ Мариан утрауҙары буйлап 1500 километрға һуҙылған. Ул V-ҡиәфәтендәге профилгә эйә: текә (7—9°) битләүҙәр, һәм һикәлтәләр ярҙамында бер нисә ябыҡ бүлкәттәргә бүленгән яҫы төбө 1—5 километрға һуҙыла. Төбөндә һыу баҫымы 108,6 МПаға етә, был Донъя океаны кимәлендәге нормаль атмосфера баҫымынан яҡынса 1072 тапҡырға күберәк. Соҡор ике тектоник плитә тоташҡан урында ята, тап ошо ярылған урында Тымыҡ океан плитәһе, үтә әкрен генә хәрәкәт итеп, Филиппин плитәһе аҫтына шыуышып инә бара.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.