From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ишембай» (тәүҙә — «Нефтсе», артабан — «Машиналар эшләүсе») — Рәсәйҙә тәүге профессиональ шашка клубы. Ишембайҙа 1999 йылдың 14 майында ойошторола[1].
Ишембай |
Клубтың тәүге президенты Владимир Петрович Давыдов — 2000—2003 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы. Төп менеджер (1999—2001 йылдарҙа) — Юрий Черток.
Клуб күп тапҡырҙар Европа чемпиондары Кубогын яулай[2].
2001 йылдың 8 ноябрендә клуб Рәсәй халыҡ-ара шашкалар федерацияһын ойоштороу буйынса инициатор булып сығыш яһай, Аҙаҡ федерация ФМЖД тарафынан да рәсми рәүештә таныла.[3][4][5]
2004 йылдан 2006 йылға тиклем клуб үҙенең спонсоры «Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционер йәмғиәтенең исемен ярыштарҙа күрһәтеү өсөн «Машиналар эшләүсе» исеме аҫтында сығыш яһай. Фарм-клуб ойошторола. Хәҙерге ваҡытта шашка клубы «Ишөмбай» исеме аҫтында сығыш яһай[6], әлеге ваҡытта клубҡа ябылыу ҡурҡынысы янай.
2009 йылдан командала Владимир, Елена һәм Максим Мильшиндар, шулай уҡ Фидан Ишморатов, Анатолий Татаренко кеүек уйынсылар була. Анатолий Татаренко халыҡ ара шашкалар буйынса Башҡортостан Республикаһының клуб чемпионатында еңеү яулай[7].
2010 йылда — клубтар командалары араһында (ҡатын-ҡыҙҙар) халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәй Кубогын яулайҙар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.