From Wikipedia, the free encyclopedia
Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (27 ноябрь 1933 йыл — 12 август 2015 йыл) — театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).
Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 27 ноябрь 1933 (90 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Иглин районы |
Әнисә Хәйретдин ҡыҙы Дилмөхәмәтова 1933 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Мерәй ауылында[1] тыуған.
1952 йылда Башҡорт театр‑художество училищеһын тамамлағандан һуң (Х.Бохарский курсы) — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1954—1989 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры артисы.
Әнисә Дилмөхәмәтова ижадына лирик тоналлек яҡын. Ул ижад иткән образдар һөйкөмлө, сөнки күңел йылыһы менән башҡарылған, актрисаға ябайлыҡ, эскерһеҙ тойғолар хас: Луиза («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер; 1952, дебют, БАДТ), Ләлә («Аҫылйәр», М. Фәйзи), Дилбәр («Йырланмаған йыр», М. Кәрим). Байтаҡ эштәре трагик пафослы, улар үткерлек һәм көнүҙәк һыҙаттар биреү менән иғтибарҙы йәлеп итә: Любовь Шевцова [«Батырҙар», А. А. Фадеевтың «Йәш гвардия» («Молодая гвардия») романы буйынса В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Пальмира («Мөхәммәт. Нур һәм шәүлә», Вольтерҙың «Магомет» пьесаһы буйынса), Алиман («Әсә, Ер‑әсә», С. Т. Айытматовтың «Әсә — Ер‑әсә» («Материнское поле») повесы буйынса Л. В. Вәлиев инсценировкаһы). «Йософ һәм Алмаҡай», «Йылан ҡабығы», «Артур һәм Нэнси», «Ҡаһым түрә» (И. И. Дилмөхәмәтов менән авторҙашлыҡта) һәм башҡа пьесалар авторы.
Әнисә Хәйретдин ҡыҙы Дилмөхәмәтова 2015 йылдың 12 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.