боронғо герман ҡәбиләләре союзы From Wikipedia, the free encyclopedia
Готтар (готса Noto Sans Gothic, Segoe UI Historic">𐌲𐌿𐍄𐌸𐌹𐌿𐌳𐌰, Gutþiuda; латин. Gothi, Got(h)ones}}, — Гутондар; бор. грек Γόθοι}}, латин. Gonthi}})[1] — боронғо герман ҡәбиләләр союзы. Б. э. II быуаттан б. э. VIII быуатына тиклем Европа тарихында ҙур роль уйнаған. Был, моғайын, Көнсығыш герман гот телендә һөйләшеүсе скандинав сығышлы герман ҡәбиләләре берләшмәһе (улар өсөн епископ Ульфил б. э. IV быуатында гот яҙмаһыбулдырған). Беҙҙең эраның беренсе быуаттарында улар Скандинавия ярымутрауынан юл башлаған һәм яйлап Рим империяһы алдынғы һаҡ урындарына (аванпост), Төньяҡ Ҡара диңгеҙе һәм Дунай йылғаһына тиклем етә. IV быуатта готтар араһында христианлыҡ тарала.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Готтар (мәғәнәләр).
Готтар Скандинавияла, тарихсы Иордан уны Скандза, йәки б. э. II быуатында Европа территорияһында беренсе раҫланған үҙәкләштерелгән власы булған дәүләттәрҙең береһе, тип атаған өлкәлә формалашҡан тигән дөйөм ҡабул ителгән фекер бар. Уның беренсе короле Берига тураһында түбәндә яҙылған (бәлки, Сконе ярымутрауы).
Б. э. II быуатында король Берига осоронда готтар Балтик диңгеҙе аша сыҡҡан һәм Висланың түбәнге ағымын биләгән. Бында Вельбар мәҙәниәтенең (Иордан был өлкәне Готискандза тип атай) археологик ҡомартҡылары осрай. Хәҙерге Польша биләмәһенән готтар ҡыҫырыҡлап сығарған вандалдар һәм ругтар, урындағы халыҡты Урта диңгеҙ яғына күсергә мәжбүр итеп, көньяҡҡа табан хәрәкәтен башлаған. Шунан — ҡырағайҙарҙың (варварҙар) Рим империяһының төньяҡ-көнсығыш сиктәренә тәүге ҡыҫымы башлана, һәм был хәл Марк Аврелий (б. э. II быуаты) хакимлыҡ иткән дәүерҙә һиҙелә.
Шуның менән бергә, Иоанн де Галонифонтибус үҙенең «Донъянаны танып-белеү» «Познание мира» китабында былай тигән: «Готтар килеп сығышы буйынса шотландтарҙан булыуға дәғүә итә һәм инглиздәр кеүек һөйләшә»[2]. Моғайын, был юлдарҙың авторы готтарҙың атамаһын шотландтарҙың боронғо — скоттар атамаһы менән сағыштыралыр.
Большая Российская энциклопедия.— Т.7.— М.: Большая Российская энциклопедия, 2007.— С.554—555.— 767с.— ISBN 978-5-85270-337-8.
Gothi//Реальный словарь классических древностей/ авт.-сост. Ф. Любкер; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогикиФ. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина.— СПб., 1885.
Айбабин А. И. Этническая история ранневизантийского Крыма /А. И. Айбабин. — Симферополь: Дар, 1999. — 475 с.
Акунов В. В. Готы. — М.: Вече, 2018. — 544 с.— (Всемирная история). — ISBN 978-5-4444-2047-8.
Зиньковская И. В. Готланд Эрманариха: остроготы в Восточной Европе на рубеже Древности и Средневековья. — М.; СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2018. — 464 с. — (MEDIAEVALIA). — ISBN 978-5-98712-866-4.
Иоанн де Галонифонтибус.Книга познания мира.— Сведения о народах Кавказа: [1404 г.].— Баку: Элм, 1979.
Кузнецов А. Е. История готов. — М.: ИП «Т. А. Алексеева», 2017. — 230 с. — ISBN 978-5-905221-03-3.
Нефёдкин А. К. Готы. Первая полная энциклопедия. — М.: Эксмо; Яуза, 2017. — 288 с. — (Лучшие воины в истории). — ISBN 978-5-699-98294-3.
Пиоро И. С. Крымская Готия. Очерки этнической истории населения Крыма в позднеримский период и раннее средневековье. — Киев: Лыбидь, 1990. — 200 с.
Скардильи П. Готы: язык и культура. — СПб.: Филологический факультет Санкт-Петербуржского государственного университета, 2012. — 388 с.
Фадеева Т. М., Шапошников А. К. Княжество Феодоро и его князья. — Симферополь: Бизнес-Информ, 2005. — 280 с.