Архангель районының юҡҡа сыҡҡан ауылы From Wikipedia, the free encyclopedia
Воздвиженка — Башҡортостандың бөтөрөлгән тораҡ пункты. Архангел районының Краснокуртовка ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡорт йылғаһының һул ярында, Шәкир һәм Успенка ауылдары араһында урынлашҡан булған.
Воздвиженка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Краснокуртовка ауыл советы |
1920-се йылдарҙа Воздвиженка ауылы Өфө кантоны Архангельск волосы составына инә. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 27 хужалыҡ була һәм 180 кеше (97 ир-ат һәм 83 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй; күпселекте урыҫтар тәшкил итә[1].
1950-се йылдарҙа Воздвиженка ауылы Архангель районы Краснокуртовка ауыл Советының үҙәге булып тора[2]. Краснокуртовский ауыл советы составына инде 1969 йылдағы белешмәлә Воздвиженка Краснокуртовка ауыл Советының ауылы булып иҫәпләнә (ауыл Советы үҙәге Шакир ауылына күскән булған)[3].
Воздвиженка ауылы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 23 июлендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы, йәшәгән кешеләренең күсенеүе һәм ысынбарлыҡта ауылдың йәшәүҙән туҡтауы менән бәйле, Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөү тураһында» 6-2/229 номерлы указы менән, юҡҡа сығарыла[4]. Воздвиженка ауылы менән бергә шул уҡ Краснокуртовка ауыл Советының Рождественский ҡасабаһы бөтөрөлә.
Воздвиженка ауылы СССР Дәүләт премияһы лауреаты Матвеев Николай Васильевичтың (1929—1985) тыуған ауылы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.