совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia
Борзик Вера Михайловна (30 сентябрь 1920 йыл — 7 февраль 1990 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре, һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Борзик Вера Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 30 сентябрь 1920 |
Тыуған урыны | Николаевская[d], Константиновский район[d], Ростов өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 7 февраль 1990 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Октябрьский район[d], Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вера Михайловна Борзик (Самойлова) 1920 йылдың 30 сентябрендә Николаевская станицаһында (хәҙер — Ростов өлкәһе, Константиновский районы) тыуған.
Шахты районында йәшелсәселек тресында эшләй. Немец оккупацияһын кисерә. 1943 йылдан «Горняк»[1] тоҡомсолоҡ һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Борзик юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бер нисә тапҡыр СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнаша. 1960-сы йылдарҙа үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан һауымды 500 килограммға арттырған, ә 1970 йылда 1 һыйырҙан йыллыҡ һауым 4700 кг тәшкил итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрель Указы менән, «ауыл хужалығы призводствоһы үҫешендә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса биш йыллыҡ планын үтәүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән өсөн», Вера Борзик Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы[1] тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була.
Октябрь районы Красногорняцкий ҡасабаһында йәшәй.
1990 йылдың 7 февралендә[1] вафат була.
Красногорняцкий ҡасабаһының бер урамы[1] Борзик исемен йөрөтә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.