From Wikipedia, the free encyclopedia
Дубчек Александр (словак. Alexander Dubček; 27 ноябрь 1921 йыл — 7 ноябрь 1992 йыл) — Чехословакияның дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1968 йылдың ғинуарынан 1969 йылдың апреленәсә Чехословакия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары. Прага яҙы булараҡ билдәле реформалар курсының төп инициаторы[2][3].
Александр Дубчек | ||||
Alexander Dubček | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
28 апрель 1969 йыл — 15 октябрь 1969 йыл | ||||
Алдан килеүсе: | Петер Колотка | |||
Дауамсы: | Далибор Ханес | |||
| ||||
28 декабрь 1989 йыл — 25 июнь 1992 йыл | ||||
Алдан килеүсе: | Станислав Кокрак | |||
Дауамсы: | Михал Ковач | |||
| ||||
5 ғинуар 1968 йыл — 17 апрель 1969 йыл | ||||
Алдан килеүсе: | Антонин Новотный | |||
Дауамсы: | Густав Гусак | |||
Тыуған: | 27 ноябрь 1921 Угровец, Чехословакия | |||
Үлгән: | 7 ноябрь 1992 (70 йәш) Прага, Чехословакия | |||
Ерләнгән: | Соловьиная долина[d] | |||
Супруг: | Anna Dubček[d] | |||
Балалары: | Pavol Dubček[d][1] Peter Dubček[d] | |||
Партия: | Чехословакия Коммунистар партияһы (1939—1970) Словакия социал-демократик партияһы (1990—1992) | |||
Белеме: | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] Коменский университеты | |||
Эшмәкәрлеге: | Чрезвычайный и полномочный посол ЧССР в: Төркиә с 1969 по 1970 | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: |
| |||
Этник словак Александр Дубчек Бановце-над-Бебравоу ҡалаһы эргәһендге Угровец словак ауылында балта оҫтаһы ғаиләһендә тыуа. Эшсе-мигрант ата-әсәһе АҠШ-та танышҡан була.
1925 йылда Дубчектар ғаиләһе словак коммунистары төркөмө составында СССР-ға, Ҡырғыҙстанға күсеп килә. Унда «Интергельпо» кооперативын ойоштора; һуңыраҡ ғаилә Горькийға күсенә. Дубчек 1938 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡанға тиклем Фрунзе һәм Горькийҙың урта мәктәптәрендә белем ала. Словакияла Дубчек Тренчин заводтарында тәүҙә слесарь өйрәнсеге, һуңынан ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса слесарь булып эшләй.
1939 йылда Чехословакия Компартияһына инә, немец ғәскәрҙәре Чехияға һәм Моравияға баҫып ингәндән һәм Словакия Йозеф Тисо етәкселегендә үҙаллылыҡ иғлан иткәндән һуң, антифашистик хәрәкәттә ҡатнаша. Дубница-над-Вагомда «Шкода» заводында тимерсе булараҡ, буласаҡ реформатор 1941—1944 йылдарҙағы Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында подпольщиктар менән тығыҙ бәйләнештә була. Словак милли ихтилалында ҡатнашып, ике тапҡыр яралана.
Һуғыштан һуң 1945 йылдан 1949 йылға тиклем Дубчек хеҙмәт юлын сүпрә етештереүгә махсуслашҡан Тренчин аҙыҡ-түлек предприятиеһында дауам итә.
1949 йылда партия хеҙмәтенә күсерелә, Словакия Компартияһының Тренчинск өлкә комитетында секретарь һәм беренсе секретарь була. Ә 1951 йылдан — Банская Битстрицела (1952 йылға тиклем) беренсе секретарь һәм Милли йыйылыш депутаты (1955 йылға тиклем). 1955 йылда Ян Амос Коменский исемендәге Братислава университетының юридик факультетын тамамлап, Мәскәүҙә КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындығы Юғары партия мәктәбенә инә. Уны 1958 йылда тамамлап, Словакия Компартияһының Братислава өлкә комитетына беренсе секретарь итеп тәғәйенләнә. 1960—1969 йылдарҙа Дубчек — секретарь, Словакия Компартияһы ҮК Беренсе секретары һәм президиум ағзаһы, шулай уҡ ЧССР Федераль Йыйылышы депутаты һәм Рәйесе.
1968 йылдың 5 ғинуарында Чехословакия Компартияһының беренсе секретары булып, Александр Дубчек Новотныйҙы алмаштырған Икенсе бөтә донъя һуғышы геройы президент Людвик Свобода ярҙамында ғәмәлдәге режимды либералләштереүгә һәм демократлаштырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр инициаторы булып сығыш яһай.
1968 йылдың апрелендә Дубчектың фекерҙәштәре (Т. Рихта, О. Шик, П. Ауэсперг) Чехословакия Компартияһы етәкселәре раҫлаған «Ғәмәлдәр программаһы»[4] — "идея плюрализмы"н тәьмин итеү өсөн реформа программаһын тәҡдим итә.
Беренсе секретарь Дубчектың сәйәсәте ил халәөының киң ҡатламы араһында хуплау таба. 70 алдынғы фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре реформа курсын хуплаған «Ике мең һүҙ» мәҡәләһенә ҡултамғаһын ҡуя. Бер үк ваҡытта партияның Новотный етәкселегендәге ортодоксаль даирәләрен эҙәрлекләү башлана. Улар дәүләт түңкәрелеше яһарға тырышыу һылтауы менән етәксе урындарҙан алына. Митингылар һәм демонстрациялар уҙа.
Бындай хәл Советтар Союзын хәүефләндерә. 1956 йылдағы Венгрия ваҡиғалары шаһиты Юрий Андропов Чехословакияны контролдә тотоуҙың юғалыу хәүефен белдереп: «Улар илдән — Югославия, һуңынан Австрия кеүек нимәлер эшләргә йыйына», — тип белдерә.
1969 йылда Прагаға ҡайтҡандан һуң, Александр Дубчек формаль рәүештә Чехословакия Компартияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары вазифаһында була һәм Федераль Йыйылышҡа етәкселек итә, сөнки Компартияның реформаторҙар ҡанатын яйлап ҡына бушата бара. Шуға күрә апрель пленумында Дубчек властан ситләштерелеп, уның урынына СССР-ға лояль булған Гусак Густав ҡуйыла.
Вазифаһынан бушатылғас, 1969—1970 йылдарҙа Дубчек бер ни тиклем Төркиәлә илсе була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул турана-тура оппортунизмда ғәйепләнмәй, әммә «уң оппортунистик оппоненттарға» ирек биреүҙә ғәйепләнә. Шул сәбәпле Дубчек 1970 йылда Чехословакия компартияһынан сығарыла, депутат статусынан яҙа һәм словак урман хужалығы лесничествоһына етәксе итеп ебәрелә. Бында ул 1981 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй.
1989 йылда Дубчек Чехословакияла Бәрхәт революцияһының актив ҡатнашыусыһы була. 28 декабрҙән ул Чехословакия Федераль Йыйылышы рәйесе вазифаһын биләй. 1990 йылдың февралендә Словакия социал-демократик партияһын (СДПС) ойоштора һәм ул тиҙҙән Социалистик интернационалға ҡушыла. 1992 йылдың 25 июнендә уны вазифаһында Михал Ковач алмаштыра.
Александр Дубчек һул демократтарҙың юлбашсыһы сифатында ҡаралара; ул ойошторған СДПС-та 1992 йылда 10 мең ағза иҫәпләнә (Чехияның шундай уҡ ойошмаһында, ЧСДП, 1990 йылдар уртаһында 12 мең ағза)[5].
1992 йылдың 1 сентябрендә Дубчек ултырған автомобиль Прага—Братислава юлында етди автоһәләкәткә эләгә. Умыртҡа һөйәге һәм күкрәк ситлеге ауыр йәрәхәтләнгән Дубчек дауаханаға оҙатыла һәм ике ай дауалана, уға операция яһала. Октябрь һуңында сәләмәтлеге ҡапыл насарая, һәм ике аҙнанан һуң, 1992 йылдың 17 ноябрендә ул вафат була[6].
Партияның һәм илдең абруйлы лидеры үлгәндән һуң ҡайһы бер сәйәсмәндәр, Александр Дубчекты илдең сәйәси аренаһынан алып ташлау өсөн был автоһәләкәт махсус ойошторолған, тигән фекерҙәрен дә белдерә[7].
Был эш оҙаҡ йылдар дауамында тикшерелә. 2000 йылда енәйәт эше ябыла һәм Словакияның Эске эштәр министрлығы Дубчектың үлеме заговор һөҙөмтәһе, тип белдерә. Тикшереүҙәр Дубчек ултырған автомобиль насар һауа торошо шарттарында трассала рәхсәт ителмәгән юғары тиҙлек менән барғанын асыҡлай. Тиҙлекте арттарған өсөн осраҡлы рәүештә иҫән ҡалған шофер 12 айға төрмәгә ултыртыла[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.