From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы — СССР дәүләт наградаһы, Ленинград ҡалаһын һаҡлаусыларҙы (хәрбиҙәрҙе һәм ябай халыҡты) бүләкләү өсөн булдырылған.
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 22 декабрь 1942 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | "Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Проектлаусы | Николай Москалёв[d] |
Һаны | 1 470 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр |
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә |
1942 йылдың 22 декабрендә булдырыла һәм хәрби осорҙағы тәүге совет миҙалдарының береһе («Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн» һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары менән бер рәттән).
1942 йылдың көҙөндә СССР НКО-һы СССР Юғары Советы Президиумына Ленинград, Сталинград, Севастополь һәм Одесса ҡалаларын обороналаған өсөн миҙалдар булдырыу буйынса үтенес меәнән мөрәжәғәт итә[1]. 1942 йылдың 24 ноябрендә Юғары Советтың миҙалдарҙың әлеге төрө, положениеһы, уларҙың өлгөләре һәм тасуирламаһы буйынса указ сығара: бер үк ваҡытта указға ярашлы бөтә ошо төр миҙалдар менән ҡалаларҙы обороналауҙа ҡатнашҡан бөтә хәрбиҙәрҙе һәм ябай халыҡты бүләкләү ҡарала[2].
Миҙал авторы — рәссам Н. И. Москалев. Раҫланған варианттан тыш, тағы ла 7 миҙал проекты эшләнә[3]:
«Боробин» оҫтаханаһының рәссамдар бригадаһы өс проект әҙерләй, һәр береһендә — ҡаланың архитектура символы һәм «За оборону Ленинграда» яҙыуы:
А. А. Кабаковтың ике эскизы:
Н. А. Конгисер эскизында ҡыҙылармеецтар колоннаһы, уларҙың артында — Петропавловск соборы һәм Ленин һәйкәле.
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән Ленинградты обороналауҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләкләнә:
Миҙал менән бүләкләү тәүге тапҡыр 1943 йылдың 3 июнендә Смольныйҙа тантаналы йыйылышта үтә. 1945 йылға тиклем яҡынса 600 000 Ленинградты обороналауҙа ҡатнашыусы бүләкләнә. 1945 йылға ҡарата ошо кешеләр буйынса Ленинград блокадаһы музейында һаҡланған, барыһы бүләкләнеүселәрҙең фамилиялары менән 6 том була. Һуңынан был документтар юғалтыла[4].
1985 йылға «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән яҡынса 1 470 000 кеше бүләкләнә. Улар араһында — 15 мең блокада балалары һәм үҫмерҙәре.
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙал менән бүләкләнгән кешеләр һуңғараҡ булдырылған «Ленинградтың 250-йыллығы иҫтәлегенә» исемле юбилей миҙалы менән бүләкләнеүгә хоҡуҡлы булалар.
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы тутыҡмаусы ҡоростан эшләнергә тейеш була, әммә 1943 йылдың 27 мартында әлеге материал баҡыр иретмәһенә (еҙ) алмаштырыла. Миҙал 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала.
Миҙалдың алғы яғында, Адмиралтейство бинаһы фонында — винтовкаларҙы эйеп тотҡан ҡыҙылармеецтар, ҡыҙылфлотсылар, эшселәр һүрәте. Миҙалдың өҫкө өлөшендә — биш осло йондоҙ һәм миҙал ситенән «ЗА ОБОРОНУ ЛЕНИНГРАДА» яҙыуы. Миҙалдың алғы яғы ҡабарынҡы ҡайма менән уратылған.
Миҙалдың кире яғынада — «ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ» яҙыуы. Яҙыу өҫтөндә ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән.
Бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм булған ебәк иуар таҫма менән уратылған. Башта таҫма ҡыҙыл төҫтә, уның ике ситенән һәр береһе 4 мм-лыҡ көмөш буйҙар булырға тейеш булған. 1943 йылдың 19 июнендәге указға ярашлы яңы таҫма билдәләнә — һарғылт-йәшел (зәйтүн) төҫтәге таҫма уртаһынан 2 мм киңлегендә йәшел буй үтә[5].
«Ленинградты обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн» һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары биш мөйөшлө ҡалыпта йөрөтөү өсөн раҫланған тәүге совет наградалары бүла. наградаһына беренсе булып совет, пятиугольный на колоде йөрөтөү өсөн ойошторола. Башта уларҙы күкрәктең уң яғында йөрөтөү ҡаралған була, һуңынан, 1943 йылдың 19 июнендәге Указға ярашлы ҡалаларҙы обороналаған өсөн миҙалдар күкрәктең һул яғында, башҡа наградалар менән бер рәттән, йөрөтөү ҡарала.
Бүләкләнеүсенең башҡа миҙалдары булған осраҡта «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы « Одессаны обороналаған өсөн» миҙалынан уң яҡта урынлаштырыла, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы булдырылғандан һуң — ошо миҙалдың уң яғынан[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.