From Wikipedia, the free encyclopedia
Кимереүселәр (лат. Rodentia) — һөтимәрҙәр араһында иң күп һанлы хайуандар. Донъяла барлығы 2277 төрө бар[1].Улар Антарктиданан башҡа бар континеттарҙа ла күпләп таралған.
Был мәҡәлә башҡорт теленә тулыһынса тәржемә ителмәгән. |
Кимереүселәр | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||
|
||||||||
Латинса исеме | ||||||||
Rodentia Bowdich, 1821 | ||||||||
|
Кимереүселәр диастемаһы, аҫҡы һәм өҫкө яңаҡ һөйәктәрендә берәр пар эре ҡырҡҡыс тештәре булыуы менән айырылып торалар. .
Отрядтың латинса аталышы rodo «кимереү, тешләү» һүҙенән алынған.
Кимереүселәр ғәҙәттә кәүҙәгә ҙур түгел. Дәүмәлдәре 5 сантиметрҙан алып (сысҡансыҡ), 130 сантиметрға хәтлем етә (капибаралар)[2]. Әммә ғәҙәттә 50 см-ҙан уҙмай[3]. Кимереүселәрҙең ҡойроғо кәүҙәһенән оҙонораҡ булырға ла (мәҫ.сысҡансыҡ һәм ялмандар), бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин (мәҫ. диңгеҙ сусҡаларында)[2].
Тән төҙөлөшө һәм тәпәйҙәре йәшәү рәүешенә бәйле бик ныҡ айырылыуы ихтимал. Ырғып йөрөй торғандарының артҡы аяҡтары ныҡ үҫешкән булыусан. Ер йырып йөрөүселәре оҙонсараҡ бәдәнле, алғы тәпәйҙәренең тырнаҡтары көслө. Шулай уҡ, ҡабырға яғынан ярылы кимереүселәр ҙә була, улар «осоп» йөрөй ала[4].
Кимереүселәрҙең иң ҙур айырмаһы — өҫкө һәм аҫҡы яңаҡ һөйәктәрендәге берәр пар ҡырҡҡыс тештәре. Ҡырҡҡыс тештәр даими үҫә һәм ашала бара. Улар тәүлегенә 0,8 мм-ға тиклем үҫә (ҡондоҙ)[3]. Ҡырҡҡыс тештәрҙең ал яғы — эмаль, арт яғы дентин менән ҡапланған, шуға күрә кимергәндә тештәре эс яҡтан нығыраҡ ашала һәм үҙенән-үҙе үткерләнә[3].
Кимереүселәрҙең ҡаҙыҡ тештәре юҡ, ҡырҡҡыс тештәр менән ҡыҫҡа тештәр аралығы — диастема бар.
Аҙау тештәр сәйнәргә яраҡлашҡан, яҫы өҫлөклө[5]. Ҡырҡҡыс тештәрҙең (ә ҡайһы бер төрҙәрҙең аҙау тештәренең дә) теш тамыры юҡ.
Тештәренең һаны 12-нән 22-гә тиклем(зубная формула )[2][3].
Тупаҫ аҙыҡ менән туҡланыу һөҙөмтәһендә кимереүселәрҙең эсәктәре ярайһы оҙон. Йоҡосо кеүектәрҙән башҡаларының һуҡыр эсәге бар[2], бында аҙыҡ әсеп эшкәртелә. Бигерәк тә үлән һәм ағас ҡайырыһы ашаған төрҙәренең һуҡыр эсәге ныҡ үҫешкән.
Күпселек кимереүселәр төнөн йә эңерҙә сығып йөрөй башлайҙар, ҡайһы бер төрҙәрен көндөҙ ҙә осратырға мөмкин. Кимереүселәр айырым да, ҙур төркөмдәр булып та йәшәүе мөмкин 100 данаға тиклем). Кимереүселәр бар ерҙә лә йәшәй, хатта һауала ла көн күрә ала (осар тейендәр). Улар Антарктидала һәм ҡайһы бер ваҡ утрауҙарҙа ғына осрамай. Кимереүселәр һәм ҡуян һымаҡтар үҫемлек аҙыҡ менән туҡланғанлыҡтан, үҙ тиҙәктәренең ҡайһы бер төрҙәрен яңынан ашап, икенсегә эшкәртеп сығара ала.
Молекуляр-генетик мәғлүмәттәргә ярашлы, кимереүселәр яҡынса 60 миллион йыл элек барлыҡҡа килгәндәр[6][7]. Был палеонтологик мәғлүмәттәр менән дә тап килә. Шулай, иң боронғо ҡаҙылма кимереүселәр булып, хәҙерге Төньяҡ Америка биләмәһендә йәшәүсе палеоцен төрөндәге кимереүселәр вәкиле тора Paramys.
Кимереүселәрҙең хәҙерге төркөмө һуңғы эоцен дауамында барлыҡҡа килә һәм бик тиҙ эволюция кисерәләр[8].
Раньше грызунов вместе с зайцеобразными объединяли в один общий отряд Glires. После того, как от этого концепта на долгое время полностью отказались, сегодня снова появляются биологи, поддерживающие такую классификацию. Некоторые пытаются их объединить даже с прыгунчиковыми. Однако такие тезисы спорные. Другие исследования приводят к противоположенным результатам и видят в зайцеобразных признаки совсем другой эволюционной линии. Что касается прыгунчиковых, то большинство считает, что они не являются даже представителями одного надотряда с грызунами (надотряд Euarchontoglires), будучи частью надотряда Afrotheria.
Традиционно грызуны разделяются на три подотряда: белкообразные (Sciuromorpha), мышеобразные (Myomorpha) и дикобразообразные (Hystricomorpha). Но в последнее время всё больше замечают, что систематика грызунов гораздо сложнее.
При этом белкообразные составляют самый древний подотряд грызунов. Вероятно все остальные, за исключением дикобразообразных, откололись от них в течение эволюции. Особым предметом споров являются дикобразообразные. Некоторые исследователи считают, что их вообще не следует причислять к грызунам, а составить из них отдельный отряд.
Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.