From Wikipedia, the free encyclopedia
Grameen Bank (Гремин Банк, бенг. গ্রামীণ ব্যাংক) — микрофинанс ойошма һәм банк. Исемен башҡортсаға «Ауыл банкыһы» тип тәржемә итергә була.
Grameen Bank | |
Хоҡуҡи шәхес |
шәхси |
---|---|
Эшмәкәрлеге |
Микрофинанслау |
Нигеҙләнғе йылы | |
Урынлашҡан урыны | |
Төп фигуралары |
Мөхәммәт Шахджахан (президент) |
Устав капиталы | |
Банк милке |
125,396,957,972 (2010) |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
22, 149 |
Сайт |
Банкының эшмәкәрлеге 1976 йылда Читтагонг Университеты профессоры Мөхәммәт Юныстың тикшеренеү проектынан башлана. Ул Бангладешта ярлы халыҡҡа банк хеҙмәттәре күрһәтеү системаһын төҙөү менән шөғөлләнә. Grameen Bank 1983 йылда бойондороҡһоҙ банк тип теркәлә. 2006 йылда банк һәм Мөхәммәт Юныс үҙҙәренең хеҙмәттәре өсөн Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты булалар.
Вандербильт Университетында Мөхәммәт Юныс докторлыҡ дәрәжәһен алғандан һуң Бангладешҡа ҡайта. Аслыҡтан һуң, 1976 йылда[1] ул 42 фермерға 27 шәр АҠШ долларын бәләкәс процент менән бурысҡа биреп тора[2]. Был аҡсаға улар яңы эш асалар. Мөхәммәт Юныс халыҡ менән аралашҡанда, халыҡҡа үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашырырға бәләкәй генә сумма аҡса етеүен аңлай. Үҙе күрһәткән ярҙамдың һөҙөмтәһенән күренеүенсә, Бангладешта ауылда ярлылыҡ кәмеүен күрә.
Үҙенең тәжрибәһен һәм тикшенеүҙәрен банк асҡанда ҡуллана. Читтагонг Университеты ярҙамы менән Rural Economics Project микрокредитлау тикшереүе үткәрә[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.