Ҡурайсы From Wikipedia, the free encyclopedia
Әхмәтов Хәмит Борхан улы - ( 1 ғинуар 1904 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Күсей ауылы(Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) – 9 сентябрь 1966 йыл, Сибай ҡалаһы) ҡурайсы.
Әхмәтов Хәмит Борхан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1904 |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 1966 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Ҡурай |
Хәмит Әхмәтов 1904 йылда Күсейҙә старатель ғаиләһендә донъяға килгән. Бала саҡтан көтөү көткән, ҡырҙа йөрөгәндә лә ҡурайынан айырылмаған. Ҡаяға баҫып уйнап ебәрһә, Ирәндек буйындағы барлыҡ йәйләүҙәргҙә уның ҡурай тауышын ишетер булғандар. Бирғәле исемле оҫта ҡурайсынан башҡарыу серҙәренә өйрәнеүенән тыш байтаҡ йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡалған.
1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһе асылған. Төрлө милләт вәкилдәре баш ҡалаға килеп, үҙҙәренең көнкүрешен, мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була. Башҡортостан исеменән был сарала ҡатнашыу хоҡуғы Бөрйән-Таналыҡ халҡы вәкилдәренә бирелә, һәм делегация составына йәш ҡурайсы Хәмит Әхмәтовты ла индерәләр [1]
1924 йылдан алып Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.
1935—64 йылдарҙа Баймаҡ колхоз‑совхоз театр сәхнәһендә уйнай ( Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ошо театрҙан башлана) эшләй.
Әхмәтов Хәмит Борхан улы үҙенсәлекле башҡарыу стиленә эйә булған,ҡырыҫ тотанаҡлыҡ, эпик манера, моңло уйнауы менән айырылып торған. Репертуарында классик оҙон көйҙәрҙең инструменталь башҡарылыш өсөн варианттары, программалы пьеса‑һүрәтләмәләр һәм йыр‑бейеү көйҙәре булған, “Айүкә”, “Баяс”, “Ҡарасәс”, “Сыңрау торна”, “Һыр” көйҙәренең уникаль варианттарын башҡарған.
Ул спектаклдәрҙә ҡатнашҡан: Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Д.Юлтыйҙың “Маҡтымһылыу”, “Башҡорт туйы”, С.М.Мифтаховтың “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл” әҫәрҙәрендә сәхнәгә сыҡҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.