Бөрйән районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбделмәмбәт (рус. Абдулмамбетово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.
Ауыл | |
Абдулмамбетово башҡ. Әбделмәмбәт | |
Мәктәп | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район |
[[Бөрйән районы|Бөрйән]] |
Ауыл Советы |
Әбделмәмбәт |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Этнохороним |
ҡыпсаҡтар |
Почта индексы |
453610 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80201840002.
Үҙән йылғаһы буйында 1795—1811 йылдар араһында яңы 2-се Әбделмәмбәт ауылы барлыҡҡа килә. Тәүге күскенселәрҙең береһенең улдарының исемдәре билдәле — Асылбай һәм Ҡуяш Әбделмәмбәтовтар. Ауыл шулай уҡ Үҙән тип тә аталған. Шулай уҡ өсөнсө исеме лә була — Игелек, Игелек Ибраһимовтың (1755—1812) исеме буйынса. Уның балалары Миңлегөл һәм Байрамғол. Нигеҙ һалынған мәлдә ауыл ошо исемде йөрөткән, тип иҫәпләнә. 1816 йылда ауыл 27, 1859 йылда — 59, 1920 йылда — 107 йорттан тора. XVIII быуат уртаһында — 300, 1920 йылда —935 кеше йәшәгән. Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында 55 йортҡа ат — 310, һыйыр — 205, һарыҡ — 169, кәзә — 60 баш тура килә. Икмәк сәселмәгән тиерлек. Ужым ашлыҡ 16 бот, яҙғы ашлыҡ — 240 бот сәселгән[2].
Әбделмәмбәт ауылы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлә. Сөнки был ерҙәрҙә борон Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәшәгән.
Игелектең улы Килдеғол һуңғараҡ ауылдан 10 км көнсығышта урынлашҡан Килдеғол ауылына нигеҙ һала. Яуымбай ҙа Әбделмәмбәт ауылы кешеләре тарафынан башланған.
Ауыл ҙурая, төҙөкләнә, яңы йорттар төҙөлә. Урамдарға асфальт түшәлгән. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, мәсет, 5 магазин, почта бүлексәһе, Көньяҡ Үҙән урман хужалығы контораһы бар. 1996 йылда кирбестән яңы типовой мәктәп төҙөлгән. «Урал» АХК-һы, «Урал» колхозы, Ҡыпсаҡ СПК-һы эшләй, 15 шәхси пилорама бар. Ауылдан Иҫке Собханғол-Белорет автомобиль юлына ҡырсынташ юл.
Урам исеме[3]:
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 629 | 328 | 301 | 52,1 | 47,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.