From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡышлауйылға (рус. Кшлау-Елга) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 345 кеше[4]. Почта индексы — 452885, ОКАТО коды — 80204837001.
Ҡышлауйылға | |
татар. Кышлау Елга | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡышлауйылға ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡышлауйылға ауыл Советы һәм Асҡын районы |
Халыҡ һаны |
388 кеше (2002)[2], 360 кеше (2009)[2], 345 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452885 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 345 | 164 | 181 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ҡышлауйылға ауылы Ҡышлау йылғаһының уң яҡ ярына урынлашҡан.
Ул Төлгөҙ йылғаһына ҡоя. Төлгөҙ йылғаһы ауылдан ярты километр самаһы йыраҡлыҡта төньяҡтан үтә. Балтик диңгеҙе өҫтө менән сағыштырғанда Ҡышлауйылға ауылы 155,20 м бейеклектә урынлашҡан. Тәгәрмән тау башы вышкаһы океан өҫтө тигеҙлегенән 204 метр бейеклектә тора. 1885 йылдарға ҡәҙәр был ерҙәр ҡалын урман менән ҡапланған булған. Урманында төрлө хайуандар йәшәгән. Бигрәк тә айыуҙар менән бүреләр күп булған.
Ҡышлауйылғаһы буйына башта Иҫке Ҡаҙансы халыҡтары килеп ҡышлап урман ҡырҡып ятҡандар, йылғаны быуып, ҡара урман эсендә һалабаш (диалектта: мунсала) һалдырғандар. Һалабашты көҙ көнө сығарғандар, йылға буйында ҡыуыш яһап ҡунып ятҡандар. Йәй, көҙ көндәрендә арба менән кереп булмағанлыҡтан, һалабашты ҡар яуғас, ҡыш көнө сана менән ташығандар. Йылғаға Ҡышлау тигән исем биргәндәр. Урман ҡырҡыусылар һуңынан ғаиләләре менән күсеп килә башлағандар.
Ҡышлауйылға ауылы яҡынса XX быуаттың 1920 йылдарында барлыҡҡа килгән. Иң беренселәрҙән булып күсеп килеүсе кеше Поварис исемле булған. 1920 йылда ауыл Бөрө кантоны Тәтешле волосына ҡараған. 77 йортта 462 башҡорт йәшәгән[5].
Ҡышлауйылғаның тирә — яғында дауаланыу өсөн шифалы шишмәләр, быуалар һәм тирә — яҡҡа даны таралған «Танып» шифаханаһы урнашҡан.
Урам исеме[6]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.