From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы (15 октябрь 1888 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы. БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының рәйесе (1922—1929). Сәйәси золом ҡорбаны.
Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы | |||
| |||
---|---|---|---|
1922 — 1929 | |||
Алдан килеүсе: | Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы | ||
Дауамсы: | Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы | ||
Тыуған: | 15 октябрь 1888 Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Сәләй (Көҙәш) ауылы | ||
Үлгән: | 27 сентябрь 1937 (48 йәш) Мәскәү | ||
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы | ||
Белеме: | Ғәлиә мәҙрәсәһе |
Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев 1888 йылдың 15 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең[1] Сәләй (Көҙәш) ауылында тыуған.
Өфө ҡалаһында «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый[2], революцион хәрәкәттә ҡатнашыуы сәбәпле уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була.
1909−1917 йылдарҙа армия сафтарында хәрби хеҙмәттә була.
1917 йылдың октябренән һуң Башҡортостан автономияһы өсөн йәйелгән милли хәрәкәттә ҡатнаша. 1918 йылда Арғаяш кантоны идаралығы рәйесе була.
1919—1921 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантонының хәрби комиссары, кантон идараһы рәйесе вазифаларын башҡара.
1922—1929 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе булып эшләй. Латин графикаһы нигеҙендә яңы башҡорт алфавитын төҙөүҙә ҡатнаша.
1929—1937 йылдарҙа СССР Үҙәк Башҡарма Кмитеты аппаратында эшләй, «Совет власы» нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара.
1937 йылда репрессияға дусар була, 1957 йылда аҡлана.
Һуңғы адресы: Мәскәү, Зубовски проезы, 1-се йорт, 7-се фатир.[3]
Ҡатыны — Ҡушаева Рабиға Йәнғол ҡыҙы (1901—1937).
Балалары:
Ҡустыһы — Ҡушаев Ҡәйүм Ҡушай улы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.