Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡолсора (рус. Кульчурово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 455 кеше булған[4]. Почта индексы — 453662, ОКАТО коды — 80206837001.
Ҡолсора | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡолсора ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡолсора ауыл советы, Орск өйәҙе һәм Баймаҡ районы |
Халыҡ һаны |
458 кеше (2002)[2], 455 кеше (2009)[2], 429 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453662 |
Тораҡ пункты беренсе мәртәбә 1795 йылда рәсми рәүештә телгә алына[5]. 1801 йылда Муллаҡай һәм Иҙрис ауылдарынан сыҡҡан башҡорттар яңы Ҡолсора ауылын булдыралар. Ауылға нигеҙ һалыусы — Ҡолсора Исмәғилев. Ҡолсораның атаһы — 1755 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнашыусы Исмәғил Айытҡолов. Ҡолсораның ағалары Басай, Иманғол һәм Иҫәнғол Исмәғилевтар Басай ауылына нигеҙ һалалар. Ҡолсораға яңы ғаиләләр ҡушыла. 1812 йылда Иҙрис ауылынан 13 ғаилә күсенә. 1816 йылғы VII ревизия буйынса ауылда 26 йортта 180 кеше йәшәй. 1859 йылда 66 йортта — 325 кеше. 26 йылдан ауылда йорттар һәм халыҡ һаны кәмеүе күҙәтелә: 44 йортта 270 кеше йәшәй[6].
Ҡолсораның ике улы була: Яҡшымбәт (1762 йылғы, уның балалары — Алласын, Әбделмән) һәм Арыҫланғол (1765—1813), уның улдары — Яхъя, Ишдәүләт, Ишмырҙа[6].
Ауылдан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар була. Вәлит Яҡшымбәт улы Ласынов (1790—1858) ике көмөш миҙал менән бүләкләнә, яурынына яралана. Уның улдары — Ҡотлоәхмәт (уның улдары — Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтйән), Юлмөхәмәт, Динмөхәмәт. Вәлит 6-сы кантондың начальнигы була. Көмөш миҙалы менән бүләкләнгәндәрҙең араһында Мәһәҙи Муллаҡаев. Буранбай Моталлапов, Байрамғол Мөхәмәтрәхимов, Ҡолгилде Аллағолов, Ҡаҙнабай Иманбаев 15-се башҡорт полкы составында Парижды яулауҙа ҡатнашалар[6]. .
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 429 | 207 | 222 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Һаҡмар йылғаһы уң ярында урынлашҡан[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.