Ҡарағай-Покровка
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡарағай-Покровка (рус. Карагай-Покровка) — Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Ҡарағай-Покровка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 153 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462211 |
Географияһы
Ҡасаба Гөбөрлө йылғаһы ярында, округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 39 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Климаты
Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].
Тарихы
Ауылға XX быуат башында Воронеж губернаһы күскенселәре башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәргә нигеҙ һала.[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Новопокровка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составына индерелгән[5][6].
Этимологияһы
Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атамаға ошондай аңлатма бирә: топонимдың тәүге өлөшөндә башҡорт теленән ингән «ҡарағай» һүҙе бар: ҡасабанан төньяҡ-көнбайышҡа табан бер саҡрым алыҫлыҡта ҡаялы битләүҙәрҙә һәм Гөбөрлө йылғаһы үҙәнендә реликт Ҡарағай урмандары теҙелеп киткән[7][8].
Халҡы
2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 224 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 79 %) , 2010 йылда — 153[9].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.