башҡорт шағиры. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исем From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы (псевдонимы Таңһылыу Ҡарамыш (3 март 1948 йыл) — башҡорт шағиры. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.
Таңһылыу Ҡарамыш | |
Исеме: |
Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы |
---|---|
Псевдонимдары: |
Таңһылыу Ҡарамыш |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Йүнәлеше: |
Шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре |
Премиялары: |
Рәми Ғарипов исемендәге премия |
Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.
1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар» журналын ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.
Оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатында эшләй. «Шоңҡар» журналының беренсе баш мөхәррире.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.