Remove ads

Ҡалҡаман тишеге мәмерйәһе (Ҡалҡамантишек, рус. Калкаман-тишек — мәмерйә, Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Тимер ауылынан 2 километр төньяҡта, Ағиҙел йылғаһы үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар
Ябырға
Ҡыҫҡа факттар Ҡалҡаман-Тишек мәмерйәһе, Ил ...
Ҡалҡаман-Тишек мәмерйәһе
Thumb
Ил
РегионБашҡортостан
РайонБөрйән 
Тәрәнлеге19 м
Оҙонлоғо1200 м
Күләме4,1 мең м³
Типкарст  
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Ябырға

Тасуирламаһы

Ҡалҡаман тишеге мәмерйәһе урта девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән, карстлы. Уның үткәүелдәре һәм коридорҙары төньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо — 1,2 мең м, киңлеге — 1—3 м, уртаса бейеклеге — 2,6 м, амплитудаһы — 74 м, майҙаны — 1,6 мең м2, күләме — 4,1 мең м3.

Мәмерйәнең 2 инеү урыны бар. Төп инеү урынының киңлеге 1,6 м, бейеклеге 2 м, Ағиҙел кимәленән 14 м бейеклектә, ҡаяла урынлашҡан. Инеү урынынан коридор һуҙыла (киңлеге яҡынса 1 м, бейеклеге 15 метрға тиклем). Ҡоҙоҡ рәүешендәге икенсе инеү урыны (диаметры 1 м, тәрәнлеге 19 м) төп инеү урынынан 12 м бейеклектә урынлашҡан.

Мәмерйәнең стеналары һәм иҙәне кальцит менән ҡапланған, сталактиттар, сталагмиттар һәм гелектиттар күп. Температураһы яҡынса 7 °C. Ҡышын төп инеү урынында боҙ сталагмиттары һәм кристалдар барлыҡҡа килә.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Д. А. Круглов, Ю. Е. Лобанов, А. Ф. Рыжков, С. С. Щепетова, В. О. Щепетов. Темировская пещера, pdf 55-се бит[1]
  • Ҡалҡаман вариҫтары шәжәрәһе Ҡалҡаман вариҫтары шәжәрәһе
  • Ҡалҡаман тишегенә бәйле легенда. Биреләр араһы. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. Икенсе том. — Өфө: «Китап», 1997. 113—114-се биттәр[2]

Сығанаҡтар

Калкаман-тишек // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 254. — 640 с. ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads