Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы
театр актёры, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы (4 май 1964 йыл) — театр актёры. 2003 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).
Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы | |
![]() | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, |
Наградалары: |
![]() |
Биографияһы
Рәсимә Риф ҡыҙы Ғәйфуллина 1964 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Нәсибаш ауылында тыуған. Лаҡлы урта мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон (Ғабдулла Ғиләжев курсы) 1989 йылда тамамлағандан һуң сәнғәттә тәүге аҙымдарын Малаяҙҙағы район мәҙәниәт йортонда башлай, «Йүрүҙән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була.
Артабан уны Йәш тамашасы театрына (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) эшкә саҡыралар. 1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында. «Айская» псевдонимы аҫтында ла сығыш яһай.
Рәсимә Ғәйфуллина күп яҡлы актёр, йырлау һәләтенә эйә. Ижадына художество һәм психологик сараларҙы талапсан, һайлап ҡулланыу хас.
Спектаклдәрҙәге төп ролдәре
- Кинйә («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М.А.Буранғолов, дебют, 1990, Йәш тамашасылар театры)
- Сәрүәр («Башмағым», Т.Ғиззәт һәм Й.Фәйзи)
- Мәүлә («Аҙашҡан күңел», М. Фәйзи)
- Софья Хановна (Ғ. Исхакиҙың «Көҙ» повесы буйынса И.А. Мөхәмәтғәлиевтың шул уҡ исемле инсценировкаһы)
- Жаннет («Киске табын», Мостай Кәрим)
- Сафия («Еҙнәкәй», Х.К. Ибраһимов)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2019)
Имеется версия статьи на русском языке: Гайфуллина, Расима Рифовна. |
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.