Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы (1 ғинуар 1959 йыл) — ғалим-юрист, дәүләт эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2009—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты (1986), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы | ||
| ||
---|---|---|
2009 — 2014 | ||
Алдан килеүсе: | Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (2000—2009) | |
Тыуған: | 1 ғинуар 1959 (65 йәш) Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы | |
Белеме: | Башҡорт дәүләт университеты | |
Фәнни дәрәжәһе: | Юридик фәндәр кандидаты | |
Һөнәре: | юрист |
Люциә Шаһыбал ҡыҙы Ғүмәрова 1959 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районында тыуған.
1976—1977 йылдарҙа «Союзнефтемашремонт» производство берекмәһендә копировальщик булып эшләй.
1977—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында «хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса уҡый.
1982—1986 йылдарҙа тикшеренеүсе стажер булып эшләй, Ленинград дәүләт университетының аспирантураһында уҡый.
1986 йылда «Совет дәүләт идаралығы органы тарафынан компетенцияны тормошҡа ашырыуҙың административ-хоҡуҡи гарантиялары» темаһына диссертация яҡлай (ғилми етәксеһе: Дрейшев Борис Владимирович)[1].
1987—1996 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент.
1996 йылдан алып — Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды судьяһы. 2009—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе.
20-нән ашыу ғилми публикация авторы[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.