Бөйөк Ватан һуғышы яугиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы (2 май 1924 йыл — 14 август 2012 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры. Майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Милләте — башҡорт[2].
Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 май 1924[1] |
Тыуған урыны | Оло Баҙраҡ ауылы, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 14 август 2012[1] (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө[1] |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры[1] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов 1924 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Оло Баҙраҡ ауылында[3][4] тыуған.
1942 йылдан — Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылдың декабрендә Гурьев хәрби пехота училищеһын тамамлай.
1943 йылдан Көньяҡ, 4-се Украин һәм 1-се Балтик буйы фронттарында хеҙмəт итə. 1944 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1945 йылдың ноябренән капитан Ғиләжетдинов Т. Б. — отставкала. 1960 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Борай районы Баҙраҡ мәктәбендә — уҡытыусы, райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, КПСС райкомының икенсе секретары, Баҙраҡ урта мәктәбе директоры булып эшләй.
Отставкалағы майор (2000 йыл). Борай районы Оло Баҙраҡ ауылында йәшәй, артабан республиканың баш ҡалаһы Өфөгә күсә.
2012 йылдың 14 авгусында Советтар Союзы Геройы Өфөлә вафат була[5]. Тыуған ауылында ерләнә.
Ҡырымды немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
665-се уҡсылар полкы артиллерия батареяһының лейтенант Ғиләжетдинов Тажетдин етәкселегендәге ут взводы (4-се Украин фронты, 51-се армия, 216-сы уҡсылар дивизияһы) 1944 йылдың 7 апреленән 9 апрелгә тиклем Тархан ауылы өсөн (хәҙер Украинаның Ҡырым өлкәһе Красноперекопск районы Вишневки ауылы) алыштарҙа тура наводкалағы ут менән дошмандың өс дзотын, ике ауыр минометтар батареяһын һәм танкыларға ҡаршы өс пушканы ҡыйрата.
1944 йылдың 9 майында Севастополь ҡалаһы өсөн алыштарҙа Ғиләжетдиновтың ут взводы ике танкты һәм ике штурмлау орудиеһын юҡҡа сығара. Яраланыуына ҡарамаҫтан лейтенант Ғиләжетдинов Т. Б. тағы ла бер дошман танкыһын юҡ итә.
«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.