Яңы Мутабаш
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Мутабаш (рус. Новый Мутабаш) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 45 кеше[1]. Почта индексы — 452886, ОКАТО коды — 80204840005.
Ауыл | |
Яңы Мутабаш Яңы Мутабаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәлимшин Мәлик иҫбатлауынса, Яңы Мотабаш ауылына кешеләр 1880 йылдарҙа Ҡаҙансы ауылынан вотчина башҡорттары булараҡ күсеп килгәндәр. Яңы Мотабаш ауылына Иҫке Мотабаш ауылынан да күсенеп килгәндәр. Ауыл соҡорҙа булып, тирә-яғын бейек булмаған тауҙар уратып алған, бары тик көньяҡта ғына тирә-яҡта берҙәнбер ҡара тупраҡлы тигеҙ Ыйыҡ яланы йәйелеп ята. Ауылға нигеҙ һалыусылар Мостафа, Хәйерҙаман, Дауыт, Тауаҡай, Шәймәрҙан, Гата, Хәйҙәрша, Вилдан (Уйылдан), Тайуп ҡарттар булған, тип иҫәпләнә. Башта ауыл юғары оста тау башында булған, һуңынан (һыу булмау сәбәпле) түбәнгә Мота йылғаһы буйына төшөп ултыралар.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 45 | 27 | 18 | 60,0 | 40,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1940 йылда ауылда 380 кеше, 1946 йылда — 321 кеше, 1960 йылда — 287, ә бөгөнгө көндә 17 йортта 47 кеше йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышына 79 кеше китә, 46 кеше яу яландарында баштарын һала.
Урам исеме[2]
Күп кенә урын — ер атамалары кеше исемдәре менән бәйле:
Шулай уҡ, тәбиғи шарттарға бәйле исемдәр күп:
Вятский, тальян, хромкала, ә һуңыраҡ баянда уйнаусылар Ғәйнелҗан Ғилманов, Зиннәтҗан Ғәйнелҗанов, Ибраһим Солтанов, Мөбарәкҗан Ғилемшин, Тәбрис Садыков, Хәбибҗан Таюпов, Глимхан Тимерғалиев, Вафый Хәсәнов, Әхнәф Фәтхетдинов, Рәйес Ғатин, Хәнис Хәйдаршин, бертуган Фәсихҗан, Ахунҗан, Ғалимҗан Сафиннар,Ғәлимҗан Ғәлимшин һәм аның улдары Мәлик, Рәлит, Рөстәм һәм башҡалар. Рәйес Ғатин, бертуған Ғәлимшиндар төбәк һәм республика конкурстары дипломанттары булды.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.