элемтә хеҙмәткәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Яркина Валентина Николаевна — (17 июнь 1947 йыл) — элемтә хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995). Милләте — урыҫ.
Яркина Валентина Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 июнь 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Һамар өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Элемтәсе ауылы |
Валентина Николаевна Яркина 1947 йылдың 17 июнендә Куйбышев өлкәһенең (хәҙерге Һамар өлкәһе) Комсомольское ауылында тыуған.
1974 йылда Куйбышев элемтә институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1974 йылда Өфө радиоүҙәге инженеры булып башлай.
1989—1991 йылдарҙа предприятиеның профсоюз комитетында һөнәри нигеҙҙә рәйес булып эшләй[1].
1991 йылдан — Өфө радиоүҙәгенең әйҙәүсе инженеры.
1991 йылда Валентина Николаевна Яркинаны Өфө ҡалаһының Октябрьский районы 32-се Комсомол округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлайҙар. Ул депутатлыҡ вазифаһын төп эшенән айырылмай башҡара[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.