From Wikipedia, the free encyclopedia
Юғары белем йәки һөнәри юғары белем — урта дөйөм йәки профессиональ белемдән һуң килгән һөнәри белем кимәле. Үҙ эсенә һөнәри йүнәлеш буйынса заманса фән, техника һәм мәҙәниәт ҡаҙаныштарын ҡулланып һәм ижади үҫтереп, теоретик һәм практик мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге биргән системалы белем һәм ғәмәли күнекмәләр, тупланмаһын ала. «Юғары белем» төшөнсәһе шулай уҡ төрлө типтағы юғары мәктәптәрҙә иҡтисад, фән, мәҙәниәт һәм техниканың барлыҡ тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙе аңлата.
Моғайын, француз теленән enseignement supérieur «юғарыраҡ белем» һүҙбәйләнешенең калькаһылыр («юғары» һүҙенең иҫкергән мәғәнәһе — «юғарыраҡ»)[1][2].
Юғары белемде юғары уҡыу йорттарында — университеттар, академиялар, институттар, юғары училище һәм ҡайһы бер колледждарҙа үҙләштерәләр. Ҡайһы бер илдәрҙә һаналған атамаларҙың тардицион исемдәре йәки варианттары бар.
Төрлө илдәрҙә юғары белем биреү системаһы бер-, ике-, өс — һәм дүрт кимәлле структураға ингеҙләнә. Дүрт кимәл булғанда юғары уҡыу йортон тамалаусылар бакалавр, белгес, магистр һәм фәлсәфә докторы дәрәжәләренә бүленә. Ике кимәлле булғанда, Рәсәйҙә, нигеҙҙә, ошо система буйынса уҡытыла бакалавр (беренсе кимәл), магистр һәм белгестәр (икенсе кимәл) (2011 йылға тиклем һәм унан алдараҡ диплом алған белгестәр, һуңынан килгәндәрҙән айырмалы, беренсе кимәлгә ҡарай һәм икенсе кимәлде бушлай уҡыу хоҡуғына эйә), ғалим дәрәжәһенә эйә шәхестәргә бүленә.
Юғары белемде көндөҙгө бүлектә, ситтән тороп, киске-ситтән тороп йәки ирекле (дистанцион белем алыу), шулай уҡ экстернат формаһында алырға мөмкин. Өҫтәүенә, ҡайһы бер илдәрҙә, белем алыуҙың формаһына һәм маҡсатына ҡарап, өйрәнеү дисциплиналары һанынан, әҙерлек кимәленән һ.б. сығып, студенттар «даими», «шартлы», «махсус», «осраҡлы», «ирекле» һәм башҡаларға бүленә.
Уҡытыу формалары, иле, профиль системаһына ҡарап юғары белем алыу мөҙҙәте 4 йылдан 9 йылға тиклем тирбәлә.
Боронғо Көнсығышта юғары белем биреүҙе баҫҡыстарға бүлеү беҙҙең эраға тиклем мең йылдан ашыу элек барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта был баҫҡыста йәштәр философияны, шиғриәтте, шулай уҡ ул ваҡытта билдәле тәбиғәт ҡанундарын өйрәнә, минералдар, күк есемдәре, үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында мәғлүмәт ала.
Александрияла беҙҙең эраға тиклем V—III быуаттарҙа, эллинизм дәүерендә юғары типтағы мәктәптәр булдырылып, уларҙа фәлсәфә, филология, медицина һәм математика йырым өйрәнелә башлай.
Йәштәргә белем биреүгә ҙур иғтибар бүлгән Боронғо Грецияла белем биреүҙең юғары баҫҡысы була. Беҙҙең эраға тиклем IV—III быуаттарҙа юғары белем баҫҡысын айырыу идеологтарының береһенә булып Платон тора. Ул был белемгә предметтарҙы ҡулланыу мәғәнәһендә түгел, ә философик-теоретик планда үҙләштерергә әҙер һәм икенсе төрлө уйларға һәләтле аҡһөйәк йәштәрҙең талантлы аҙ өлөшөн (егеттәрҙе) генә йәлеп итергә теләй. Мәҫәлән, астрономияны ғәмәли маҡсатта — диңгеҙҙә йөҙөү өсөн түгел, ә ғаләм сикһеҙлеге тураһында уйланыу өсөн өйрәнергә кәрәк була. Әйткәндәй, был баҫҡысты 30 йәштә тамамлаусылар һәм айырым һәләткә эйә булыусыларбелем алыуын 35 йәшкә тиклем дауам итә алған һәм уларҙың маҡсаты булып дәүләт хакимы булыу торған. Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Аристотель дә шундай ҡарашта торған һәм кешенең тәбиғи һәләттәрен физик, әхлаҡи һәм аҡыл йүнәлештәрендә үҫтереү өсөн өсөнсө, иң юғары баҫҡыс та кәрәк тип һанаған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.