Южноуральск
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Южноуральск — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендәге ҡалаһы(1963 йылдан алып). Ҡала Уйылға йылғаһы буйында, Силәбенән 88 саҡрым алыҫлыҡта һәм Силәбе — Троицк тимер юл линияһы буйында торған Түбәнге Уйылға тимер юл станцияһынан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Южноуральск | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1948 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Южноуральск |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Южноуральский городской округ[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Южноуральский городской округ[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
22 400 кеше (1959)[2], 30 000 кеше (1967)[2], 35 323 кеше (1970)[3], 39 184 кеше (1979)[4], 41 335 кеше (1989)[5], 41 700 кеше (1992)[2], 40 100 кеше (1996)[2], 40 100 кеше (1998)[2], 40 300 кеше (2000)[2], 40 200 кеше (2001)[2], 39 275 кеше (2002)[6], 39 300 кеше (2003)[2], 39 200 кеше (2005)[2], 38 800 кеше (2006)[2], 38 700 кеше (2007)[2], 38 500 кеше (2008)[2], 38 432 кеше (2009)[7], 37 877 кеше (2010)[8], 37 902 кеше (2011)[9], 37 798 кеше (2012)[10], 37 676 кеше (2013)[11], 37 565 кеше (2014)[12], 37 666 кеше (2015)[13], 37 716 кеше (2016)[14], 37 801 кеше (2017)[15], 37 728 кеше (2018)[16], 37 541 кеше (2019)[17], 37 561 кеше (2020)[18], 37 478 кеше (2021)[19], 37 313 кеше (2023)[20] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 238 метр |
Майҙан | 109 км² |
Почта индексы | 457040–457044 һәм 457059 |
Рәсми сайт | u-uralsk.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1950 |
Урындағы телефон коды | 35134 |
Южноуральск Викимилектә |
1948 йылда Көньяҡ Урал ҡала электр станцияһы төҙөлә (1963 йылдан алып — Южноуральский ҡалаһы). Южноуральск тип яҙылышы СССР Юғары Советы-ҙың тарафынан билдәләнгән, карталарҙа һәм әҙәбиәттә һаҡлана[21].
Түбәнге Уйылға бастругы йылғаһының түбәнге ағымында 1745 йылда Ырымбур губернаһының беренсе губернаторы Неплюев Иван Иванович бойороғо менән казактар тарафынан һалынған. Тышҡы сиктән йыраҡлығына ҡарамаҫтан, Түбәнге Уйылға нығытмаһы Силәбе һәм Троицк нығытмалары араһындағы ике арала пост пункты булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә була. Тап бына шул юлдан аҙыҡ-түлек, металл, ҡорал һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар алып килгәндәр. 1773-1775 йылдарҙа Емельян Пугачев етәкселегендәге күтәрелешкә ярҙам иткәне өсөн, Түбәнге Уйылға гарнизоны тарҡатыла, ул нығытма статусын юғалта һәм рәсми рәүештә биҫтә тип атала башлай.
1776 йылда Түбәнге Уйылға биҫтәһенә улус идаралығы күсерелә. Император Николай I-нең 1843 йылдың 4 майындаға дәүләт хәрби формированиеларға мохтаж булыу сәбәпле крәҫтиәндәрҙе казак сословиеһына индереүе сәбәпле, биҫтә Ырымбур ғәскәрҙәренең 3-сө Троицк бүлеге станицаһы статусын ала. 1924 йылдың май айында станица Уйылға ауылына үҙгәртелә, Троицк өлкәһе составында Уйылға районы төҙөлә. 1939 йылда райондың административ үҙәге станция яны ҡасабаһы Уйылға ҡасабаһына күсерелгән.
Түбәнге Уйылға станицаһы XX быуаттың 40-сы йылдары аҙағында икенсе тапҡыр «тыуған». Унан алыҫ түгел Көньяҡ Урал дәүләт район электр станцияһы төҙөй башлайҙар(ЮГРЭС). 1948 йылда станица урынында эшселәр ҡасабаһы ҡалҡып сыға һәм Южноуральск тип атала башлай. 1950 йылдың 28 авгусынан ҡала тибындағы ҡасаба булып китә.
1963 йылдың 1 февралендә ҡасаба Южноуральск ҡалаһы статусын ала. 2005 йылдан — ҡала округы.
Ҡала Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендә Силәбенән көньяҡҡа табан урынлашҡан. 110,57 км² майҙанды биләй. Ҡаланың оҙонлоғо — яҡынса 5 км, киңлеге 4,3 км тәшкил итә. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге яҡынса 238 метр. Төньяҡтан Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысы урынлашҡан, ә ҡаланың көнбайыш сиге буйынса Уйылға йылғаһы аға, ул ҡала гидросистемаһының һыу ҡабул итеү бүлектәренең береһе булып тора. Ҡала ҡатнаш урмандар (ҡайын, ҡарағай, уҫаҡ) менән уратып алынған.
Климаты уртаса континенталь. Ҡыш, ҡағиҙә булараҡ, һалҡын, 40-50 көн дауамында ҡаты һыуыҡтар күҙәтелә, буран сыға. Тупраҡтың туңыу тәрәнлеге 110—150 сантиметр тәшкил итә. Ҡар аҙ яуған ҡыштарҙа 170—250 см-ға етә. Йәй эҫе, йышыраҡ ҡоро. Ғинуарҙың уртаса температураһы −15-17 °C, июлдә +16-18 °C. 1952 йылдың 29 июлендә Южноуральскиҙа Силәбе өлкәһе буйынса абсолют максималь температура — +42,0 °C булған. Уртаса йыллыҡ температура — +0,3-тән +2,8ºС-ҡа тиклем. Бер йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 410—450 миллиметр, ҡышҡы осорҙа башлыса ҡар рәүешендә яуа. Елдең уртаса тиҙлеге секундына 3-4 метр; буран (ҡышын) һәм йәшен ваҡытында (йәй) елдең секундына 16-28 метрға тиклем көсәйеүе күҙәтелә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 5,1 | 10,1 | 16,1 | 32,4 | 36,1 | 39,9 | 42,2 | 39,9 | 33,1 | 27,1 | 17,7 | 6,9 | 42,2 |
Уртаса температура, °C | −14,7 | −13 | −5,1 | 6,1 | 12,4 | 17,9 | 20,6 | 18,0 | 10,9 | 2,1 | −7,8 | −13,2 | 2,9 |
Абсолют минимум, °C | −49,6 | −51,6 | −37,1 | −26,7 | −12,2 | −3,2 | −0,4 | −1,1 | −10,4 | −25,6 | −36,8 | −45,1 | −51,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 19 | 16 | 18 | 27 | 47 | 58 | 94 | 43 | 41 | 30 | 26 | 21 | 436 |
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen |
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[22] | 1967[22] | 1970[23] | 1979[24] | 1989[25] | 1992[22] | 1996[22] |
22 400 | ↗30 000 | ↗35 323 | ↗39 184 | ↗41 335 | ↗41 700 | ↘40 100 |
1998[22] | 2000[22] | 2001[22] | 2002[26] | 2003[22] | 2005[22] | 2006[22] |
→40 100 | ↗40 300 | ↘40 200 | ↘39 275 | ↗39 300 | ↘39 200 | ↘38 800 |
2007[22] | 2008[22] | 2009[27] | 2010[28] | 2011[29] | 2012[30] | 2013[31] |
↘38 700 | ↘38 500 | ↘38 432 | ↘37 877 | ↗37 902 | ↘37 798 | ↘37 676 |
2014[32] | 2015[33] | 2016[34] | ||||
↘37 565 | ↗37 666 | ↗37 716 |
2019 йылдың 1 ғинуарына халыҡ иҫәбе буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһынан 420-се урында булған
2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Южноуральскиҙа 38652 кеше йәшәгән, 12 мең ғаилә булған, балалар 7,2 мең. 24,6 мең кеше эшкә яраҡлы йәштә. Халҡының тығыҙлығы 1 км2-ға 369 самаһы кеше тәшкил итә.
2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса
Милләте | Һаны (кеше) |
---|---|
Рус | 619 36 |
Украиндар | 027 1 |
Татарҙар | 513 |
Белорустар | 305 |
Мордвалар | 152 |
Башҡа милләттәр һәм үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр | 888 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.