Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы (1 октябрь 1951 йыл) — дәүләт, комсомол органдары, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы (2007—2011), Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Һалым полицияһының отставкалағы генерал-лейтенанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Халыҡтар Дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Ябырға
Википедияла
Ҡолмөхәмәтов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Энгельс Вәрис улы Ҡолмәхәмәтов 1951 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы[1] ауылында тыуған. 1974 йылда «инженер-механик» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын[2] һәм «хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә юрист-ойоштороусы» һөнәре буйынса СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлаған.
- 1969—1974 йылдар — Өфө нефть институты (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) студенты.
- 1976—1978 йылдар — Урал-Себер нефть үткәргестәр идаралығы инженеры.
- 1978—1980 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының икенсе секретары.
- 1980—1981 йылдар — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Совет район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы.
- 1981—1986 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе, аҙаҡтан беренсе секретары.
- 1986—1988 йылдар — СССР Эске эштәр министрлығы Академияһы тыңлаусыһы.
- 1988—1991 йылдар — БАССР Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибен һаҡлау идаралығында башлыҡ урынбаҫары.
- 1991—1993 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы Йәмәғәт именлеге хеҙмәтенең башлыҡ урынбаҫары.
- 1993—1994 йылдар — БАССР Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы «Һаҡ» берекмәһе, һуңынан ведомствонан тыш һаҡлау идаралығы етәксеһе.
- 1994—2000 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Һалым полицияһы департаменты, һуңынан Рәсәй Федерацияһы һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе.
- 2000 йыл — Башҡортостан Республикаһы Премьер-Министры урынбаҫары.
- 2002—2007 йылдар — Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторы.
- 2007 йыл — Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе.
- 2007—2010 йылдар — Берҙәм Рәсәй Бөтөн Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси советы секретары.
- 2007—2011 йылдар Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Именлек буйынса комитет ағзаһы.
- 2012—март 2016 — «Янғантау» санаторийы директоры.
Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007)[3].
- 2015 йылдың 1 декабрендә Берҙәм ҡабул итеү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Энгельс Ҡолмөхәмәтов «Янғантау» шифаханаһында граждандарҙы ҡабул итте[4].
- «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены.
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы.
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2016)[5][6][7]
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
- Салауат Юлаев ордены.
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Рәсәй Дәүләт Думаһының Маҡтау грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы.
- Һалым полицияһының почётлы хеҙмәткәре.
- «Эске эштәр министрлығында яҡшы хеҙмәте өсөн» билдәһе.