Шри Ауробиндо ({бенг. শ্রী অরবিন্দ, ингл. Sri Aurobindo; урожд. Ауробиндо Гхош бенг. অরবিন্দ ঘোষ, ингл. Aurobindo Ghosh (Ghose); 1872—1950) — күренекле һинд йогы һәм интеграль йогаға нигеҙ һалыусы, философ, яҙыусы, шағир.
Ҡыҫҡа факттар Исеме, Тыуған көнө ...
Шри Ауробиндо |
бенг. শ্রী অরবিন্দ |
|
Исеме |
бенг. অরবিন্দ ঘোষ
|
---|
Тыуған көнө |
15 август 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
|
---|
Тыуған урыны |
Калькутта, Британ Һиндостаны
|
---|
Вафат көнө |
5 декабрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (78 йәш)
|
---|
Вафат булған урыны |
Пондишери, Француз Һиндостаны
|
---|
Йүнәлеше |
йога, һинд фәлсәфәһе
|
---|
Имзаһы |
Sri-Aurobindo-Signature-Transparent.png
|
---|
Викиөҙөмтәлә цитаталар (рус.) |
|
Ябырға
Тәүге йылдары һәм Кембриджда уҡыуы
Ауробиндо Гхош Калькуттала 1872 йылдың 15 авгусында тыуа. Уның атаһы, доктор Кришна Дхан Гхош, Бенгалияла Рангапур округының хирургы була. Уның әсәһе, Сварналата Деви, Брахмо-самадж дини-реформаторлыҡ йәмғиәтеэшмәкәре Раджнараяна Басуның ҡыҙы була «Aurobindo» — санскрит сығышлы исем. Санкритса «अरविन्द» һүҙе аравинда тип әйтелә һәм лотос тигәнде аңлата. Англияла йәшәгән сағында Ауробиндо үҙ исемен — «Aravinda», Бародта — «Aravind» йәки «Arvind» тип яҙа, ә инде Бенгалияға күсеп килгәс, «Aurobindo» (инглиз телендә «au» хәрефтәр бәйләнеше тик "о"тип әйтелә тип яҙа башлай. «Ghose» бенгал фамилияһы ғәҙәттә инглизсә «Ghosh» («Гош») тип ишетелә һәм яҙыла; инглиз академик сығанаҡтарында Шри Ауробиндо исеме йыш ҡына «Arabindo Ghosh» рәүешендә осрай. Тыуғандан алып уға икенсе, инглиз исем дә бирелә — Акройд (Akroyd). Ике ағаһы менән бергә ул инглиз мәҙәниәте рухында тәрбиәләнә. Биш йәшендә Дарджилинта (Darjeeling) ирланд монастырь мәктәбенә йөрөй башлай . Ике йылдан һуң (1879) Англияға ебәрелә, унда ул егерме ике йәше тулыуға Кембридждағы Король колледжын тамамлай. Һөҙөмтәлә Ауробиндо боронғо грек һәм латин, инглиз һәм француз телдәрен бик яҡшы үҙләштерә, немец, итальян һәм испан телдәрендә уҡый ала. Уның багажында инглиз телендә ҙур оҫталыҡ менән яҙылған шиғырҙар, поэмалар, пьесалар бар[1]
Һиндостанға ҡайтыуы һәм милли бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш
Көнбайыш белемен алғандан һуң Шри Ауробиндо Һиндостанға ҡайта (1893) һәм үҙен санскрит, хәҙерге һинд телдәре, фәлсәфәүи системалар һәм һиндостандың боронғо изге китаптары — Упанишад, Гита Бхагавады, Рамаяндар, Ведты үҙаллы өйрәнеүгә бағышлай.
Артабанғы 13 йыл дауамында Шри Ауробиндо Барода ҡалаһы (хәҙер Вадодара) хакимиәтендә төрлө вазифалар биләй, урындағы университетта инглиз һәм француз әҙәбиәтенән уҡыта, ә 1906 йылда Калькуттаға күсә һәм Милли колледж ректоры булып китә. Һиндостанда тәүге көндәрҙән алып Шри Ауробиндо даими рәүештә илдәге сәйәси хәлде күҙәтә. 1905 йылда Бенгалияның бүленешенә ҡаршы сыуалыштар тоҡанғандан һуң Шри Ауробиндо милли-азатлыҡ хәрәкәтенә асыҡтан-асыҡ ҡушыла. Һигеҙ йыл дауамында (1902—1910) илдең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, ике тапҡыр ҡулға алына һәм аҡлана.
Йогаға мөрәжәғәт итеү һәм яңы тәжрибә
1907 йылда Ауробиндоның ҡустыһы Бариндранатх Гхош уны Вишну Бхаскар Леле исемле йог менән таныштыра. Бер нисә йыл дауамында Ауробиндо йога менән шөғөлләнә. Леле менән тәүге осрашыу, тейешле нәсихәттәр алыу һәм артабанғы өс көнлөк яңғыҙлыҡ (башҡа кешеләр менән аралашмау) уның тәүге әһәмиәтле рухи тәжрибәһенә — нирванаға — булышлыҡ итә. Нирвана — тулыһынса бер ниндәй уйһыҙ йәки баш эшенән, фекерләүҙән азат тынлыҡ. Икенсе ҡулға алыныу осоронда Калькутталағы Алипор үҙәк төрмәһендә ултырған саҡта (1908—1909) Шри Ауробиндо тормошоноң яңы этабына башланғыс рухи ялҡынланыу/ духовное озарение кисерә. Төрмәлә Ауробиндо бер нисә мистик күренешкә шаһит була. Үҙенең хаттарында ул төрмәлә суд көткән саҡта, ике аҙна дауамында уға Свами Вивекананданың рухы килгәнен һәм юғары аң кимәле тураһында һөйләгәне йаҡылтураһында яҙа. Шри Ауробиндо һөйләүенсә, ул төрмәлә бөтәһен дә — тотҡондарҙы, төрмәселәрҙе, полицейскийҙарҙы, төрмә рәшәткәләрен, ағастарҙы, судьяларҙы, адвокаттарҙы — берҙәм илаһилыҡтың, Кришна, Васудева, Нараяндың төрлө формалары булараҡ күргән[2]. 1910 йылда Ауробиндо әүҙем сәйәси һәм ижтимағи тормоштан ваз кисә һәм үҙ көсөн рухи эшкә йүнәлтә. Әлеге эшмәкәрлеге "юғары аң пландары, Аҡылдың иң юғары кимәле (Supermind, Сверхразум) йүнәлешенә алып килә[3]. Шри Ауробиндо билдәләүенсә, Supermind атамаһы һуңыраҡ барлыҡҡа килгән һәм уны Шри Ауробиндо үҙе уйлап тапҡан[4] Ул һиндостандың көньяғындағы Пондишерри француз колонияһына күсеп килә һәм бында йога менә ныҡлап шөғөлләнә башлай.
Төп даталар
Ентеклерәк мәғлүмәт Йылдар һәм ваҡиғалар ...
Йылдар һәм ваҡиғалар |
1872 — 15 августа Шри Ауробиндоның тыуған көнө
1884 — Англияға күсенеү.
1893 — Һиндостанға ҡайтыу.
1900 — Милли-азатлыҡ эшмәкәрлегенең башы.
1904 — Йогаға мөрәжәғәт итеү.
1907 — Вишну Бхаскара Леле менән осрашыу. Өнһөҙ Брахманды тойоу (Нирвана).
1908 — «Матарам бандаһы» эше буйынса ҡулға алыныу.
1909 — Аҡлау һәм Алипор төрмәһенән азат итеү.
1910 — Пондишериға күсенеү.
1914 — 29 март. Шри Ауробиндоның һәм Әсәнең тәүге осрашыуы.
1914 — 15 август. "Арья"ның тәүге сығарылыуы.
1921 — 15 ғинуар. "Арьяның һуңғы сығарылыуы.
1922 — Әсә Шри Ауробиндоның Ашрамы менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.
1926 — 24 ноябрь. Дүртенсе фундаменталь тормошҡа ашырыу.
1928 — 15 февраль. Рабиндранат Тагор менән осрашыуы.
1934 — Шри Ауробиндо Ашрамында — 150 уҡыусы.
1942 — Шри Ауробиндо Ашрамында — 350 уҡыусы.
1943 — 2 декабрь. Ашрамда мәктәпте асыу, һуңғараҡ Пондишерҙағы Ашрам Халыҡ-ар мәғариф үҙәге булып китә.
1947 — 15 август. Һиндостанды азат итеү. Шри Ауробиндо бөтә Һиндостан радиоһы аша мөрәжәғәт итә.
1950 — «Азия йәмғиәте тыныслығы һәм мәҙәниәте өсөн» миҙалы. Нобель премияһына кандидат итеп тәҡдим ителә.
1950 — 5 декабрь, 01:26. Вафаты.
|
Ябырға
Ведантаға өлөшө
- Шри Ауробиндо үҙенең «интеграль веданта»[5] концепцияһында һинд һәм Европа фекере традицияларын берләштерергә ынтыла. Был уның ике поляр позиция — адвайт-ведантаның «аскетик» спиритуализм философияһы һәм көнбайыш философияһының материализмы менән бәхәсендә сағылыш таба. Шри Ауробиндо беренсе һәм икенсе ҡатламдарҙан иң яҡшыһын үҙ эсенә алырлыҡ яңы интеграль философия төҙөү өҫтөндә эшләй. Был яңы философия нигеҙендә донъяның сифат төрлөлөгө принцибы ятырға тейеш. Был философия, икеһенең дә ысынбарлығын инҡар итмәйенсә, рух менән материяның бәйләнешен күрһәтергә һәм шул уҡ ваҡытта ул йыһанды аңлатҡанда дуализмдан арынырға тейеш. Ул донъя эволюцияһының эҙмә-эҙлекле процесын, уның закондарын, был процеста кешенең урынын һәм тәғәйенләнешен аңлатырға тейеш.
Йыһанды аңлатыуҙа дуализм проблемаһын хәл итеү
- Ади Шанкара теорияһы менән бәхәсләшеп, Шри Ауробиндо, адвайт үҙ фәлсәфәһенең төп маҡсатына — донъяға монистик төшөнөү («адвайт» — «хыянатһыҙлыҡ») бирә алманы, тип билдәләй. Адвайта мәңгелек Брахман (Абсолют) һәм , ғаләмде яралтҡан иллюзор майя кеүек ике асылдың барлығын танырға мәжбүр була.
- Адвайта-ведантаның (Брахман — майя) дуализмын еңеп сығып, Шри Ауробиндо майяны реаль көскә эйә итә.Был — Ғаләм барлыҡҡа килтереүҙең төрлө этаптарында күренгән Брахмандың үҙ-үҙен төҙәтеү, үҙ-үҙен йотоу һәм сикләү мөмкинлеген биргән ҡөҙрәте.
- Ул Абсолютта билдәләнгән һәм билдәһеҙ, берҙәм һәм күп, күсмә һәм үҙгәреүсән, формаһыҙ һәм формалы, сифатһыҙ һәм сифатлы, һуңғы һәм сикһеҙ йәшәйеш тураһындағы тәғлимәт ярҙамында адвайта философияһына хас метафизик өҙөклөктө еңеп сыға. Сығанаҡтар сифатында ул Гераклит, шулай уҡ «Иша-Упанишада» һәм «Гита Бхагавады» идеяларына һылтана.Ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың тап килеүе Шри Ауробиндоның яңы фәлсәфәһен донъяны аңлатҡанда асылды һәм күренеште ҡапма-ҡаршы ҡуйыуҙан азат итә.
- Шри Ауробиндо философияһында идеализм һәм материализм синтезы Абсолютта рухи һәм матди башланғыстарҙың тап килеүенә килтерә. Әммә рухи башланғыс шулай ҙа көслөрәк булып сыға, сөнки ул үҙ аллы йәшәүгә һәләтле, ә матди башланғыс тик уның сағылышы сифатында ғына булыуы мөмкин.
Берҙәмлек һәм күп төрлөлөк проблемаһын хәл итеү
- Шри Ауробиндо адвайт-ведант майы идеяһын тәнҡитләй һәм иҫ киткес берҙәм Брахман менән халыҡтар донъяһы араһындағы бәйләнеш проблемаһын хәл итә. һәм улар араһына Юғары аңды (йәкиСупраментал) урынлаштыра. Шри Ауробиндо философияһындағы юғары аң — ул Аллаһы Тәғәлә ижад иткән принцип — Аң-Хәҡиҡәт, унда шәхси аңдар һәм тәндәр берҙәмлек манифестацияһы булараҡ һүрәтләнә.
Эволюцияны яңыса аңлау
- Шри Ауробиндо тарафынан веданттың фәлсәфәүи фекеренә индерелгән иң күренекле яңылыҡтарҙың береһе — йыһан һәм кеше эволюцияһы концепцияһының яңы һүрәтләнеше. Санкхья философияһы үҙ эволюция теорияһын бер нисә быуат элек асып һалған, әммә Ауробиндо санкхья һәм Дарвин философияһында эволюция тураһындағы материалистик ҡараштарҙы кире ҡаға һәм рух һәм материяның интеграль эволюцияһы концепцияһын үҫтерә.
- Шри Ауробиндоның эволюцион теорияһына ярашлы кешелек йәшәү формаһы булараҡ эволюцион иерархияның аҙаҡҡы пункты булып тормай, әммә Илаһи иерархия менән интеграция ярҙамында, ғәмәлдәге матди сикләүҙәрҙе еңеп сығып, артабанғы рухи йәшәүгә йәлеп ителеүе мөмкин. Бындай хәл, Шри Ауробиндо яҙғанса, ерҙә Илаһы тормошон барлыҡҡа килтерәсәк һәм уға белем, ләззәт, көс һәм супраменталь аң энергияһы тупланасаҡ.
Интеграль йоганың төп положениелары
Шри Ауробиндоның рухи тәжрибәһе уның күп яҡлы интеграль йога системаһында синтезлана, уның маҡсаты — кешелек аңын азат итеү генә түгел, ә шулай уҡ кешенең тәбиғәтен ныҡлап үҙгәртеү.
Шри Ауробиндо йога впрактикаһын 1904 йылда башлай. Рухи тәжрибәнең төп элементтарын туплап, ул ике полюсты — рухты һәм материяны — берләштергән һәм гармониялаштырған интеграль юл эҙләүҙе дауам итә.Традицион йогалар системаларҙың күпселеге Рухи йәйәйеште тормошҡа ашырыу юлын матди физик тормоштан китеү аша тәҡдим итәләр. Интеграция йогаһына ярашлы, кешенең матди донъяла йәшәүе аңһыҙлыҡта һәм наҙанлыҡта йәшәү булып тора, ләкин уның ҡараңғылығында һәм белемһеҙлегендә лә Илаһилыҡтың булыуы бар. Барлыҡҡа килтерелгән матди донъя — ул хата түгел, уны күккә йә нирванға ынтылған күңел менән кире ҡағырға кәрәк, ләкин иң мөһиме — эволюция кимәле, ул рухтың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.
Кеше аңын тәбиғәт эволюцияһы үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе мөмкин булған аңдың иң юғары кимәле итеп ҡабул итеү дөйөм ҡабул ителгән. Интеграль йогаға ярашлы, аҡыл — ул аң үҫешенең һуңғы нөктәһе түгел. Кешелек кимәленән юғарыраҡ һәм түбәнерәк аңдың пландары бар — супраменталь и субменталь пландар. Әммә кеше аҡылының улар менән бәйләнеше юҡ һәм ул мөмкин булған аң диапазондарын үҙ эсенә ала алмай, ә кешенең ишетеү һәләте — бөтә тауыш йышлығы. Кешенең артабанғы эволюцияһы бөтә кимәлдәрҙә һәм йәшәү пландарында аңлы йән эйәһе булыуҙан ғибәрәт. Был эволюцияны тормошҡа ашырыу Шри Ауробиндоның йогаһының төп маҡсаты булып тора.
Интеграль йога һәр кешелек аңының индивидуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм йогик тәжрибәне тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй ҙә булһа билдәле ҡағиҙәләр йыйылмаһын сикләмәй, тик төп йүнәлештәрҙе генә бирә һәм юлдың төп ауырлыҡтарын аңлата. Шри Ауробиндо тәжрибәһенә ярашлы, эш, медитация, мөхәббәт, Илаһилыҡ аңына тоғролоҡ һәм асыҡлыҡ аша йоғонто яһау кеше тәбиғәтен үҙгәртеү өсөн этәргес көс булып тора.
1914 йылдан алып Шри Ауробиндо үҙенең эштәрен ай һайын «Арья» фәлсәфәүи күҙәтеүендә баҫтыра башлай (1914—1921). Уның әҙәби мираҫы 37 том тәшкил итә, улар араһында донъяға ҡараш буйынса хеҙмәттәре, уҡыусылар менән хатлашыу, бик күп шиғырҙар, пьесалар һәм ғәйәт ҙур эпик поэма — «Савитри», был уның күп яҡлы рухи тәжрибәһенең кәүҙәленеше булған поэманы ул ғүмеренең һуңғы утыҙ биш йыл дауамында ижад итә.
Шри Ауробиндоның төп фәлсәфәүи хеҙмәттәре:
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 2. Тайна Веды. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2004. — 560 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 5. Упанишады. Кена и другие. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2001. — 480 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 8. Основы индийской культуры. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 1999. — 415 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 11. Эссе о Гите — I. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2008. — 400 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 12. Эссе о Гите — II. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2012. — 320 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 14. Жизнь Божественная — I. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2005. — 336 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 17. Синтез Йоги — I. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2010. — 336 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 18. Синтез Йоги — II. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2012—368 с.
- Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 19. Синтез Йоги — III. Пер. с англ. — СПб: Изд-во «Адити», 2013—368 с.
- Савитри. Издательство: Издательство Чернышева, 1993 г. ISBN 5-85555-012-5
- Человеческий Цикл(недоступная ссылка) Проверено Июль 2019.. Издательство: Роза Мира, 1999. ISBN 5-85574-035-8
- Письма о Йоге Том 1,2.. Издательство: Амрита-Русь, 2004, 2005. ISBN 5-94355-090-9, ISBN 5-94355-303-7. М.:София, 2011. ISBN 978-5-399-00212-5 (кн. 1)
- Идеал человеческого единства Издательство: Мирра, 1998 год, ISBN 5-88947-007-8
- Мысли и афоризмы Издатель: А. Шевченко, 2003 год, ISBN 5-93414-096-5
- Мысли и афоризмы. Пер. с англ. Воламура. М.: ЦНИИТЭИлегпром, 1993. 79 с. ISBN 5-85310-015-7
- Шри Ауробиндо. Человеческий цикл. Главы I и XXIV // Челышев П. В. Хрестоматия. Книга для чтения по истории философии. — М.: МГГУ, 2011. С. 315—327.
- Ауробиндо Гхош. Человеческий цикл / Пер. с англ. книги Human Cycle: П. В. Челышев и В. К. Муравьев / Челышев П. В. Философия неоведантизма: Ауробиндо Гхош о человеческом цикле исторического развития. Учебное пособие. — М.: МГГУ, 2008. Приложение: С. 49 — 260.
Костюченко В. С. Шри Ауробиндо: многообразие наследия и единство мысли. — СПб: Издательство «Адити», 1988, с. 3.
Шри Ауробиндо. Собрание сочинений. Том 1. Биография, глоссарий. Пер. с англ. — СПб: Издательство «Адити», 1988, стр. 158, 159.
K.R. Srinivasa Yengar. Op. cit., pp 372—373.
Костюченко В. С. Шри Ауробиндо: многообразие наследия и единство мысли. — СПб: Издательство «Адити», 1988, стр. 11.
Костюченко В. С. Интегральная веданта: (критический анализ философии Ауробиндо Гхоша) / В. С. Костюченко ; Акад. наук СССР, Ин-т философии. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1970.
Вандерхилл Э. Мистики XX века.Энциклопедия / Пер. с англ. Д. Гайдук. — М.: МИФ: Локид, 1996. — 522 с. — ISBN 5-87214-023-3.
- Костюченко В. С. Интегральная веданта: (критический анализ философии Ауробиндо Гхоша) / Акад. наук СССР, Ин-т философии. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1970.
- Костюченко В. С. Классическая веданта и неоведантизм. — М.: Мысль, 1983.
- Костюченко В. С. Шри Ауробиндо: многообразие наследия и единство мысли. — СПб.: Издательство «Адити», 1988.
- Сатпрем. Шри Ауробиндо или путешествие сознания. МП «Глобус», 1992.
- Федоренко Г. Г. Интегральный подход Ауробиндо Гхоша как попытка синтеза Западного материализма и Восточного спиритуализма // Рабочие тетради по компаративистике. / Гуманитарные науки, философия и компаративистика Санкт-Петербург : Сайт Web-кафедра философской антропологи, 2003. C.72-76.
- Федоренко Г. Г. Межкультурная коммуникация в философии Ауробиндо Гхоша // Серия «Symposium», Конференция «Путь Востока», Путь Востока: Межкультурная коммуникация. , Выпуск 30 / Материалы VI Молодёжной научной конференции по проблемам философии, религии, культуры Востока. Санкт-Петербург : Санкт-Петербургское философское общество, 2003. C.76-81.
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Природа человека в философской антропологии Ауробиндо Гхоша // Вопросы философии. 1999. № 6.
- Гуманистические идеи Шри Ауробиндо и развитие науки // Здравый смысл. Специальный выпуск. Материалы международной конференции гуманистов. Москва, 2-4 октября 1997. 1998.
- Философско-религиозная антропология Ауробиндо Гхоша : автореф. дис. … канд. филос. наук : 09.00.03 / МГУ им. М. В. Ломоносова. — Москва, 2000. — 30 с.
- Неоведантистский синтез Шри Ауробиндо // Дельфис. Культурно-просветительский журнал. 2000. № 24.