Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Рама́яна» (санскр. रामायण, Rāmāyaṇa IAST «Раманың сәйәхәте») — санскритта яҙылған боронғо һинд эпосы, индуизмда уның авторы тип легендар аҡыл эйәһе (Риши) Вальмикиҙы атайҙар. Вальмики боронғо һинд яҙмаларында (веды) Тайттирия-Пратишакхьяның остаздарының береһе тип атала. Индуизмда 18 китаптан торған (смрити категорияһына ҡараған) иң мөһим изге текстарҙың береһе .
Рамаяна | |
Атамаһы | रामायण |
---|---|
Жанр | Эпос һәм шиғриәт |
Баҫма йәки тәржемә | Le Râmâyana de Valmiki[d], Le Râmâyana[d], Balmiki Ramayan[d], Ramayanam[d] һәм Ramayan (Volume 2)[d] |
Автор | Вальмики[d] |
Әҫәрҙең теле | Санскрит |
Персонаждар | Рама[d][1], Сита[d][1], Лакшмана[d][1], Равана[d][1], Хануман[d][1], Гаруда[d], Дашаратха[d][1], Кайкейи[d][1], Бхарата[d][1], Каушалья[d], Сумитра[d][1] һәм Шатругхна[d][1] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | R. |
Рамаяна Викимилектә |
«Рамаяна» 24 000 шиғырҙан тора (оригиналда 480 002 санскрит телендәге һүҙ бар)—был "Махабхарата"ның дүрттән бер өлөшө тиклем, тимәк "Илиада"нан дүрт тапҡырға күберәк), улар ете китап һәм 500 йыр (канды) итеп тупланған[2]. "Рамаяна"ның шиғырҙары шлока тип аталған утыҙ ике ижекле метрҙа (шиғри үлсәмдә) яҙылған.
"Рамаяна"ның ете китабы:
"Рамаяна"ла Рама -Вишну илаһтың етенсе аватары (Вишнуҙың дүрт ваҡытлыса кәүҙәләнеше, ергә килеүе,ҡалған өсөһө— уның туғандары) тарихы. Уның ҡатыны Ситаны Ланка батшаһы Равана (ракшаса) урлай. Эпоста кеше йәшәйеше һәм дхарма (донъялағы дөрөҫ урынлаштырылған, ғәҙел тәртип законы) темаһы ҡарала[3]. Поэмала боронғо һинд аҡыл эйәләре тәғлимәттәре асыла, улар тураһында философия һәм бхактиҙы (илаһҡа тоғролоҡ) менән бергә ҡушып, кинәйәләп (аллегория) һөйләнелә.
Итихаса (легенда, сага) һәм пураналар (былина) ҡушып бирелгән "Махабхарата"нан айырмалы , Рамаянаны кавья тип атайҙар — уйлап сығарылған поэма. «Рамаяна» ның эстәлеге кинәйәләп әйтеүгә ҡоролған тип иҫәпләнә һәм Раманың батырлыҡтары аша һинд-арий ҡәбиләләренең Һиндостандың көньяғына, хатта Шри-Ланкаға үтеп инеүе һүрәтләнә тигән фекер ҙә таралған. Ләкин был кинәйәле легенданың нигеҙендә ниндәйҙер бик боронғо миф ятһа ла һис аптырарлыҡ түгел. Альбрехт Вебер фекеренсә,[4] "Рамаяна"ның сюжеты буддистар менән брахмандар араһындағы көрәште күрһәтә, был поэма Гомерҙың поэмаларына оҡшаш, автор бәлки улар менән таныш булғандыр (Ситаны урлау = Елена һылыуҙы урлау һ.б..). Ул поэманың хәҙерге редакцияһы б.э.т. III быуаттан да алдараҡ яҙылмаған тип иҫәпләй. Ләкин был фекерҙе бер кем дә яҡлап сыҡмаған[5]).
Кристиан Лассен "Рамаяна"ның нигеҙе "Махабхарата"нан һуңыраҡ яҙылмаған ти. Быны иҫбатлаусы әллә күпме дәлил бар. Мәҫәлән, "Рамаяна"ла буддизм тураһында бер ни юҡ, ә "Махабхарата"ла шул дәүерҙә инде таралған буддизм тураһында әйтелә, һинд-арий ҡәбиләләренең таралыу географияһы "Рамаяна"ла "Махабхарата"лағынан тарыраҡ һ.б..[6]
Герман Георг Якоби ҙа ошондай уҡ фекергә килә[7]. "Рамаяна"ның иң боронғо төп нөсхәһе (һуңыраҡ әллә нисә тапҡыр яңынан эшкәртелә) Көнсығыш Һиндостанда б.э.т. V быуатҡа тиклем., бәлки, б.э.т. VI , йәки VIII быуатта уҡ булдырылғандыр, ул саҡта «Махабхарата» яҙыла ғына башлағандыр ти. Һуңғы эпос ҡайһы бер саҡ "Рамаяна"ның материалын файҙалана. Башта «Рамаяна» авторы ҡулланған стиль, шиғри үлсәм "Махабхарата"ла ла ҡулланыла, һуңыраҡ бик күптәр шулай яҙа башлай. Грек йәки буддистар тәьҫире "Рамаяна"ла һиҙелмәй. Авторға караптар төҙөү әле билдәле булмаған. «Рамаяна» теле «яһалма шағирҙар» (кави) өсөн өлгө булған.
«Рамаяна» беҙҙең көндәргәсә бер нисә вариантта килеп еткән (рецензиялар, редакцияларҙа), уларҙың эстәлеге бер үк, тик материалды урынлаштырыу тәртибе һәм ҡайһы бер әйтемдәр менән генә айырылалар. Баштараҡ ул телдән-телгә күскәндер, һуңыраҡ уны илдең төрлө ерҙәрендә төрлө башҡарыусыларҙан яҙып алғандарҙыр тиҙәр. Ғәҙәттә әҫәр өс — төньяҡ, Бенгалия, көнбайыш варианттарында һаҡланған тиҙәр, ләкин ысынында иһә улар күберәк, "Рамаяна"ның хәҙергәсә килеп еткән текстары бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла . Бенгалияла һаҡланғаны 24 000 шлоктан ("Махабхарата"ла — 100 000 артыҡ) тора, улар ете китапҡа бүленгән,һуңғыһын аҙаҡтан ғына өҫтәп ҡуйғандар. Вальмикиҙың «Рамаяна»һынан тыш ундай уҡ эстәлекле икенсе поэма бар. Ул һуңыраҡ сығарылған һәм бәләкәйерәк— шағир Вьясаныҡы тип йөрөтөлгән «Адхьятма Рамаяна» (Adhyâtma-R.), тик ул Брахманда-пурананың (индуизмдағы изге яҙмалар) бер өлөшө. Рама унда кеше тип түгел, ә күберәк илаһ итеп һүрәтләнә.
Индуизм традицияларына ярашлы "Рамаяна"лағы ваҡиғалар Трета-юга дәүерендә (индуистарҙа дүрт ваҡыт дәүеренең икенсеһе) , 1,2 млн йыл элек бара. Хәҙерге ғалимдарҙың күбеһе "Рамаяна"ның яҙма теркәлеү ваҡытын б.э.т. IV быуат тип билдәләй.
Эпостың идея һәм образдары Калидаса, Рабиндранат Тагор, Джавахарлал Неру , Махатма Ганди кеүек яҙыусы һәм аҡыл эйәләренең эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған. М.Ганди Рамаға бәйле индуизм тәғлимәте яҡлы булған, һуңғы һулышын алғанда Рама исемен әйтеп өлгөргән тиҙәр. "Рамаяна"ның эстәлеге быуаттар буйы бихисап сәнғәт әҫәрҙәрендә, әҙәби әҫәрҙәрҙә, халыҡ театрында һәм пантомимала һөйләнеп килә. Хәҙерге Һиндостанда һәр бер ауыл йәки ҡалала сәғәттәр буйы, хатта бер нисә көн буйы "Рамаяна"ны көйләп һөйләүсе халыҡ сәсәндәрен осратырға була. «Рамаяна» нигеҙендә әллә күпме әҙәби әҫәр тыуа, улар араһында иң билдәлеләре — Криттибас Оджханың «Криттиваси Рамаяна», Тулсидастың «Рамачаритаманаса», Камбарҙың һәм Нарахари Кавиҙың «Тораве Рамаян» тигән әҫәрҙәре.
«Рамаяна» Һиндостандағы бик күп телдәргә, шулай уҡ тамил теленә лә тәржемә ителгән . Был «тәржемәләр»ҙең бер-берһенән айырмалары ла бар. Мәҫәлән, "Рамаяна"ның тамил вариантында Бхарадваджа риша Атри улы тиелә (башҡа варианттарҙа ул- Брахманаспати (Брихаспати) улы). Индустарҙың "Рамаяна"ны нисек хөрмәт итеүе тураһында «Рамаяна» авторының поэмаға инеш һүҙендә үк күрһәтелә: "изге торомош биреүсе "Рамаяна"ны уҡыған һәм ҡабатлаған кеше ниндәй ҙә булһа гонаһтан азат, бөтә вариҫтары менән күктә иң бейеккә олғашасаҡ". "Рамаяна"ның икенсе китабында Брахма исеменән ошолай тиелә: «тауҙар менән йылғалар ер йөҙөндә булған саҡта „Рамаяна“ тарихы ла донъя буйлап тараласаҡ».
Поэманың геройҙары Рама, Сита,Лакшмана, Бхарата, Хануман һәм Равана-Һиндостан халҡының мәҙәни аңының айырылғыһыҙ өлөшө .
Күптәр «Рамаяна»- эстәлеге буйынса Ланкаға ҡаршы әҫәр тип ҡабул итә. Шри-Ланкала төп халыҡ араһында Рама исеме таралмаған. Рама менән Сита тарихы сингал шиғриәтендә « уны хата ҡарашлы кешеләр һөйләй торған, хата ҡараштарҙы алға һөргән» поэма тип атайҙар («Тутыйғош хаты» поэмаһы, синг. «Гира сандеша вивараная», 114-се строфа)[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.