Шабиев Салауат Ғәли улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шабиев Салауат Ғәли улы (11 май 1948 йыл) — ғалим-архитектор. Архитектура докторы (1994), профессор (1994). Халыҡ-ара фән белеме академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Халыҡ-ара Көнсығыш илдәре архитектура академияһының ағза-корреспонденты (1999), РААСН советнигы (1999), Рәсәй архитекторҙар союзы ағзаһы (1977)[1].
Шабиев Салауат Ғәли улы һәм Шәбиев Салауат Ғәли улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Remove ads
Remove ads
Биографияһы
1948 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Яңы күскилде[2] ауылында тыуған. Свердловск архитектура институтында уҡый һәм уны 1974 йылда тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһына ебәрелә, унда 5 йыл дауамында проектлау эшмәкәрлеге менән булыша — «Башкиргражданпроект» институтында архитектор булып эшләй. 1978 йылдан алып «Союзспортпроект» институтының Өфө зона оҫтаханаһында төркөм етәксеһе.
1979—1982 йылдарҙа Свердловск институтының «УралпромстройНИИпроект» аспирантураһында уҡый. 1984 йылда Мәскәү архитектура институтында ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүгә кандидат диссертацияһын яҡлай[3], 1993 йылда «Урал металлургия һәм машиналар эшләү предприятиеларын архитектура-экологик формалаштырыу» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4].
1985—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Өфө госстрой рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. 1987 йылда Силәбе ҡалаһына ЮУрГУ архитектура факультетының архитектура кафедраһы мөдире вазифаһында уҡытырға саҡырыла. 2002 йылда — был институттың архитектура факультеты деканы. 1999 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының архитектура һәм төҙөлөш фәндәре буйынса кәңәшсеһе.
Remove ads
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныу сфераһы — экологиялы архитектура. Көньяҡ-Урал төбәк архитектура мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 30-ҙан ашыу проект авторы һәм авторҙашы, улар араһында:
- Учалы ҡалаһының торлаҡ райондары планлаштырыу (1975);
- Рәсәй туҡыу һәм еңел сәнәғәт ситтән тороп уҡыу институтының Өфө филиалы бинаһын планлаштырыу (1977; хәҙер БДУ-ның химия-технология факультеты);
- Башҡортостан республика статистика идаралығы бинаһын (1989; хәҙер Башҡортостан Республикаһы статистика идаралығының Федераль хеҙмәт бинаһы, Өфө).
- Өфө Нефтселәр мәҙәниәт һарайы[5].
2 архитектура кандидатының ғилми етәксеһе. «Архитектура» йүнәлеше буйынса аспирантура һәм магистратура менән етәкселек итә. «Архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм дизайн» электрон ғилми журналының яуаплы мөхәррире.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышының Рәхмәт хаты (2008);
- Силәбе өлкәһе губернаторынан ике Почёт грамотаһы (1998, 2008);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2007).
- Рф-ның Почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002),
- Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы (1998),
- Рәсәйҙең Почётлы архитекторы (2009).
- ЮУрГУ-ның Почёт китабына индерелгән (2008).
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads