Чех техник университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Прагала Чех техник университеты (чех České vysoké učení technické v Praze) — Чехияның баш ҡалаһы Прагалағы университет. Үҙәк Европаның иң боронғо техник университеты һәм донъяның иң боронғо граждан техник юғары уҡыу йорто[12]. 1707 йылда Австрия империяһы императоры Иосиф I тарафынан нигеҙләнгән.
Чех техник университеты Чех Республикаһында иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора — 2008 йылдың 13 февраленә ҡарата бында 22 934 студент белем алған. Уҡытыу чех һәм инглиз телдәрендә алып барыла. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар араһында күп кенә билдәле Европа ғаимдары бар, шул иҫәптән Кристиан Доплер, Владимир Прелог һәм башҡалар.
Университеттың төп кампусы Прага ҡалаһында Дейвице районында урынлашҡан. Бында юғары уҡыу йорттары өсөн биналар төҙөү ҡарары 1920-се йылдарҙа Беренсе Чехословакия Республикаһы осоронда ҡабул ителә, һуңыраҡ ул Антонин Энгель проекты буйынса тормошҡа ашырыла. 2009 йылдың сентябрендә университет территорияһында Чех милли техник китапханаһы асылған.
Барлыҡ факультеттар студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн WiFi аша интернетҡа сығыу урыны бирә, университет территорияһында Eduroam проекты эшләй.
Чех техник университеты күп кенә компаниялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, улар араһында Toyota, Skanska, Bosch, Siemens, Honeywell, GE, Rockwell, ABB Group, McKinsey, DaimlerChrysler, Škoda Auto, Ericsson, Vodafone һәм башҡалар бар.
Прага традицион рәүештә инженер эшенең үҙәге була, техник белем Богемияла оҙайлы традицияларға эйә. Прагалағы техник университетының тарихы 1707 йылға ҡарай, шулай итеп ул донъяның иң боронғо граждан техник юғары уҡыу йорто[12].
1707 йылда Австрия империяһы императоры Иосиф I тарафынан Прагала «Ҡатлам инженер мәктәбе» (чех stavovská inženýrská škola) нигеҙләнгән. Әкренләп ул техник училищеһы тип үҙгәртеп ҡорола, һуңынан 1803 йылда политехник институты статусын ала. Был ваҡиға Карл университеты проффессоры Франтишк Йозеф Герстнерҙың эшмәкәрлеге менән бәйле, Париждағы политехник мәктәп уға өлгө булған[13].
Герстнер яңы институттың иң беренсе директоры булып китә. Институтты билдәле инженерҙар шул иҫәптән Франц Антон фон (Франтишек Антонин) Герстнер, Ян Пернер тамамлай. Механиканы Йозеф Божек уҡытҡан[13].
1863 йылда институт юғары уҡыу йорто статусына эйә була, ә 1865 йылда чех һәм немец өлөштәренә бүленгән. 1870-се йылдарҙа архитектор Игнац Войтек Ульман проекты буйынса Карл майҙанында институттың яңы бинаһы төҙөлгән. 1879 йылда ойоштороу үҙгәрештәре була, шул иҫәптән атамаһы «Прагала Чех юғары техник мәктәбе» (чех Česká vysoká škola technická v Praze) тип үҙгәртелә. 1901 йылда уҡыу йорто техник фәндәре докторы дәрәжәһен биреү хоҡуғын алған[13].
Хәҙерге атамаһы 1920 йылда барлыҡҡа килгән, был ваҡытта университет 7 юғары уҡыу йорттарын берләштергән; 1945 йылдан һуң уларҙың ҡайһылары үҙаллы булып киткән.
Университетта күп кенә билдәле шәхестәр эшләгән, улар араһында ғалим Кристиан Доплер — 1837—1847 йылдарҙа математика һәм ғәмәли геометрия профессоры булған.
[[Файл:Rectorate CTU in Prague.jpg|thumb|250px|Университет ректораты]
институттар:
университеттың башҡа подразделениелары:
1987 йылда университет милкенә Прагалағы Вифлеем часовняһы күскән, ул бынан алып тантаналы саралар һәм студенттарҙың имматрикуляцияһын уҙғарыу өсөн файҙаланыла.
Университет бер нисә сит ил юғары уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөгән һәм Erasmus менән Leonardo халыҡ-ара программаларында ҡатнаша. Уҡыу программаларының ҙур өлөшө инглиз телендә өйрәнергә мөмкин.
Университеттың баш кампусы Дейвице районында урынлашҡан. Төп ятаҡтар (5,5 меңдән ашыу урын) Страгов, Прага 6 райондарында урынлашҡан, уларҙан баш кампусҡа автобус менән 11 минутта барып етергә мөмкин. Башҡа райондарҙа ла ятаҡтар бар. Чехия техник университеты ятаҡтары урындарының дөйөм һаны — 8 меңдән ашыу.
Барлыҡ ятаҡтарҙа студенттар өсөн интернет селтәренә сығыу урыны бирелгән [14].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.