From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы (2 декабрь 1952 йыл) — СССР һәм Рәсәй скульпторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).
Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 декабрь 1952 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Мәүлитбай Рамаҙан улы Хәлилов 1952 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуа.
1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетын тамамлай. Диплом эше — «Әсәй» скульптураһы була.
1995 йылдан РФ Рәссамдар союзы һәм «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
Скульпторҙың ижад өлгөләре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, «Янғантау» картиналар галереяһында (Салауат районы, «Янғантау» курорты) һаҡлана.
Башҡортостандың Дүртөйлө районында шағир Назар Нәжмигә дүрт метр ярымлыҡ мәрмәр һәйкәл; Өфөләге «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында «Яңғыҙ романтик» скульптура төркөмө.
2018 йылда Р. Ф. Ғәбиҙуллина менән берлектә Ишембай ҡалаһында З. А. Космодемьянская һәйкәлен тергеҙә[1].
Мәүлитбай Рамаҙан улы Хәлилов 1982 йылдан республика, декада, зона, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.