Remove ads
Рәсәй сәйәсмәне, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәлилов Венер Рамаҙан улы (8 ноябрь 1939 йыл — 12 апрель 2004 йыл) — хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан Стәрлетамаҡтағы химия заводында (артабан Каустик производство берләшмәһе яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән предприятиенең етештереү начальнигы урынбаҫары һәм начальнигы, 1972—1980 йылдарҙа Өфөләге «Химпром» производство берекмәһенең баш инженеры, 1980—1983 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1979). Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXV (1976) һәм XXVI (1981) съездары делегаты. СССР-ҙың почётлы химигы. Октябрь Революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
Хәлилов Венер Рамаҙан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 8 ноябрь 1939 |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 апрель 2004 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, ғалим |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXV съезы[d] һәм XXVI съезд КПСС[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Венер Рамаҙан улы Хәлилов 1939 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ауылында (хәҙер Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе) тыуған.
КПСС-тың XXV һәм XXVI съездары делегаты.
Халыҡ депутаттарының район, ҡала Советтары, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты.
«Урыҫ общиналары Конгресы — Юрий Болдырев хәрәкәте» һайлау блогынан[1] (уға "«Нур» хәрәкәте"нән инә) Дәүләт Думаһына һайлана.
2003 йылда[2] Башҡортостан президентлығына кандидат, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы ҡарары менән ситләтелә, 2003 йылдың 25 ноябрендә Рәсәй Юғары судына бирелгән кассация ялыуы ҡәнәғәтләндерелмәй (ҡарар өс көндән һуң ғына 2003 йылдың 28 ноябрендә ҡабул ителә)[3].
Техник фәндәр кандидаты (1979).
Уйлап табыуға ике авторлыҡ таныҡлығы бар, донъя күргән дүрт ғилми хеҙмәт авторы.
Академик, Хәүефһеҙлек, оборона һәм хоҡуҡ тәртибе академияһы профессоры (2008 йылда ябыла).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.