From Wikipedia, the free encyclopedia
Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы (16 март 1940 йыл — 15 май 2022 йыл) — баянсы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1982) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Темәс ауылы |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
баянсы |
Хеҙмәттәшлек | |
Наградалар | |
Ридик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.
1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай (П. С. Петрова класы). Унан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) концертмейстеры була.
1975 йылда Башҡорт телевидениеһында музыкаль программалар режиссеры була.
1975 йылдан алып Башҡорт филармонияһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының баянсы-солисы, 2004 йылда солисы итеп тәғәйенләнә.
Музыкант 2022 йылдың 16 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].
Репертуарында Н. Я. Чайкиндың баян менән оркестр өсөн концерты, башҡорт халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре, донъя халыҡтары музыкаль әҫәрҙәре.
Хөсәйен Әхмәтов, Нур Дауытов, Заһир Исмәгилев, Александр Ключарёв, Рим Хәсәнов һәм башҡа композиторҙар әҫәрҙәре һәм баян өсөн эшкәртмәләре.
Башҡорт, татар, рус, афган, венгр, монгол, пакистан халыҡ музыка темаларына попурри.
Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙнаһында (1961) ҡатнаша.
Мәскәү—Дрезден—Рим—Флоренция—Венеция—Варшава маршруты буйынса «ЮНЕСКО-ның донъя мәҙәни ҡаҙаныштары. Цивилизациялар диалогы» экспедицияһында (2002) ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә.
СССР, Рәсәй буйлап һәм донъяның 24 илендә гастролдәрҙә була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.