Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы (7 октябрь 1932 йыл — 12 март 2001 йыл) — башҡорт драматургы. 1952 йылдан — КПСС, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
Биографияһы
Фәрит Вәлинур улы Боғҙанов 1932 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Солтанморат ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған[1]. 1949 йылда Солтанморат ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, район газетаһы редакцияһында техник секретарь, унан һуң яуаплы секретарь булып эшләй. 1952 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһына ннә. 1952—1955 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1958 йылда урта мәктәпте тамамлап, Саратовта Д. И. Курский исемендәге юридик институтҡа уҡырға инә. Юғари һөнәри белем алғас, ун йылға яҡын милиция һәм прокуратура органдарыңда тәфтишсе булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
Фәрит Боғҙановтаң «Һин кем?» исемле тәүге пьесаһы 1969 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Унан һуң 1973 йылда «Мөхәббәт һәм енәйәт», 1974 йылда «Юлдар күперҙә осраша», 1976 йылда «Иртәнге томан» пьесалары яҙылып, Башҡортостандың төрлө театрҙарында ҡуйылды. «Юлдар күперҙә осраша» һәм «Иртәнге томан», рус теленә тәржемә ителеп, Рәсәй Федерацияһының бер нисә театрында сәхнә күрә. Ул шулай уҡ нефть эшкәртеүселер тормошонан «Мине саҡырған уттар» (1983) исемле пьеса яҙҙы. Фәрит Боғҙанов 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.