Рәсәйҙәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia
Уҫы (Усы, Уса; рус. Оса) — Рәсәйҙең Пермь крайындағы ҡала. 1924 йылда ойошторолған Уҫы районының административ үҙәге.
Уҫы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1591 |
---|---|
Ҡушамат | Город на средней Каме[1] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Уҫы ҡала биләмәһе[d][2], Уҫы районы[d] һәм Уҫы өйәҙе |
Административ-территориаль берәмек | Уҫы районы[d] һәм Уҫы өйәҙе |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Кама |
Халыҡ һаны | 19 369 кеше (2023)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 100 метр |
Майҙан | 105,7 км² |
Почта индексы | 618120 |
Рәсми сайт | osa.perm.ru |
Урындағы телефон коды | 34291 |
Уҫы Викимилектә |
Шулай уҡ ул ҡала округы статусына эйә. Халыҡ һаны — 21 143[4] кеше (2016).
Ҡала Каманың урта ағымында, Тол йылғаһы ҡойған ерҙә, Воткинск һыу һаҡлағысының һул ярында урынлашҡан. Край үҙәге Пермдән алыҫлығы: автомобиль трассаһы буйлап — 141 километр, Кама йылғаһы буйлап 193 километр тәшкил итә. Иң яҡын Чернушка тимер юл станцияһы 98 км алыҫлыҡта.
Ҡала Уҫы йылғаһы (Каманың ҡушылдығы) атамаһы буйынса аталған.
«Башҡорт АССР-ы топонимдар һүҙлеге»нә ярашлы, Уҫы гидронимы фараз буйынса монгол телендәге «ус» ("һыу, йылға") һүҙенән, ә ул үҙ сиратында боронғо төрки теленең «угуз» ("һыу, шишмә, бәләкәй йылға") һүҙенән барлыҡҡа килгән[5]
Йылъяҙмаларға ярашлы, Уҫы ҡаласығының Яңы Никольск биҫтәһен 1591 йылда башҡорт ерҙәрендә Нечай һәм Филипп Калужениндар Рус дәүләтенең көнсығыш сигендә терәк пункттарының береһе булараҡ нигеҙ һалған[6]. Был ерҙә — Камаға Уҫы йылғаһы ҡойған урында боронғо торама булған.
1621 йылға биҫтә эргәһендә бер нисә рус ауылы барлыҡҡа килә.
XVII—XVIII быуаттарҙа Уҫы биҫтәһе — Өфө өйәҙе составына ингән Уҫы даруғаһы үҙәге була.
1719—1737 йылдарҙа Өфө провинцияһы составындағы биҫтә була. 1733 йылда Уҫыла Витус Берингтың 2-се Камчатка экспедицияһы туҡтай.
Башҡорт ихтиалдары осоронда, 1737 йылдың июленең икенсе яртыһынан 12 авгусҡа ҡәҙәр Мәндәр Ҡарабаев һәм Бәпәнәй Төрөпбирҙин етәкселегендәге баш күтәреүселәр Уҫы ҡалаһы тирәһендә күскенселәрҙең ауылдарын талайҙар һәм яғалар. Уларға ғәйнә башҡорттары ҡушыла.
1737 йылдың 13 авгусында Уҫы ҡала статусын ала һәм унда Сенаттан айырым воевода билдәләнгән, воевода Өфө провинцияһына буйһона. Уға Сарапулға тиклем Һарай крәҫтиәндәре беркетелгән, шулай уҡ башҡорттарҙың Ғәйнә улусы ҡушыла һәр төрлө килем йыйыу өсөн уға буйһонған.
Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, 1773 йылда Әбдей Абдулловтың ихтилалсылар отряды килә. 1773 йылдың декабренең икенсе яртыһынан Әбдей Абдуллов, Әҙел Әшмәнев, Батырҡай Иткинин, Сәйфулла Сәйҙәшев һәм Әҙиғот Темәсовтың отрядтары Уҫы ҡалаһы янын баҫып ала. 1773 йылдың декабрь аҙағында ихтилалсыларҙың отрядтары Уҫы ҡалаһы янында туплана. 1774 йылда Уҫы ҡалаһы йәнә хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулына күсә. 1774 йылдың июнендә Иван Белобородов һәм Салауат Юлаевтың баш күтәреүселәр отрядтары тарафынан ҡамала, Емельян Пугачёвтың Төп ғәскәре тарафынан яулана. Һуңынан йәнә хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулына күсә.
1781 йылда Уҫы ҡалаһы Пермь наместниклығының өйәҙ ҡалаһына әүерелә. 1781—1923 йылдарҙа Уҫы өйәҙенең административ үҙәге. XVII быуатта Уҫы аша Себер тракты үткән.
1870 йылда мәхәллә училищеһы, земство дауаханаһы, 2 сиркәү теркәлгән.
1899 йылда Мөхәмәтғата Мансуров тарафынан Уҫы ҡалаһының Ғәйнә урамында (хәҙер Володарский урамы, 41-се йорт) таш мәсет төҙөлә. 1930 йылда мәсет ябыла, манараһы емертелә. 2011 йылда архитектура ҡомартҡыһы — иман йорто мосолмандарға ҡайтарыла[7].
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1856[8] | 1897[8] | 1913[8] | 1926[8] | 1931[8] | 1939 | 1959[9] |
1300 | ↗5100 | ↗5800 | ↗5900 | ↗6300 | ↗9200 | ↗12 719 |
1970[10] | 1979[11] | 1989[12] | 1992[8] | 1996[8] | 1998[8] | 2000[8] |
↗15 038 | ↗19 993 | ↗24 132 | ↗25 400 | ↗26 600 | ↘26 500 | →26 500 |
2001[8] | 2002[13] | 2003[8] | 2005[8] | 2006[14] | 2007[14] | 2008[15] |
→26 500 | ↘23 452 | ↗23 500 | ↘23 000 | ↘22 800 | ↘22 600 | ↘22 500 |
2009[16] | 2010[17] | 2011[8] | 2012[18] | 2013[19] | 2014[20] | 2015[21] |
↘22 424 | ↘21 188 | ↗21 200 | ↘21 083 | ↘21 000 | ↘20 990 | ↗21 201 |
2016[4] | ||||||
↘21 143 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[22] ҡалаһы араһында [23] 375-се урында була
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.