Төньяҡ утрау (Яңы Зеландия)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ утрау (ингл. North Island, маори Te Ika-a-Māui) — Яңы Зеландияның ике төп утрауының береһе.
Төньяҡ утрау | |
---|---|
ингл. North Island | |
Характеристики | |
Майҙаны | 113 729 км² |
Иң бейек нөктәһе | 2797 м |
Халҡы | 3 366 100 чел. (2011) |
Урынлашыуы | |
38°23′45″ ю. ш. 175°42′44″ в. д._type:landmark HGЯO | |
Акватория | Тымыҡ океан |
Төньяҡ утрау Викимилектә |
Майҙаны — 113 729 км²[1]. Ҙурлығы буйынса Яңы Зеландияла Көньяҡ утрауҙан һуң 2-се, ә донъяла — 14-се урында.
Көньяҡ утрау менән Кук боғаҙы аша айырыла.
Көньяҡ утрауменән сағыштырғанда Төньяҡ утрау тауҙар менән байтаҡҡа күберәк ҡапланған. Иң бейек нөктәһе — әүҙем вулкан Руапеху (2797 м). Утрауҙа юғары вулканик әүҙемлек күҙәтелә, ер тетрәүҙәр булып тора.
Утрауҙың үҙәгендә Яңы Зеландияның иң ҙур күле — Таупо урынлашҡан. Ошо күлдән илдең иң оҙон йылғаһы Уаикато башлана, уның оҙонлоғо 425 км тәшкил итә.
Уртаса йыллыҡ температура +19 °C тәшкил итә.
Төньяҡ утрауҙың көнбайышында Эгмонт милли паркы урынлашҡан.
Утрауҙа илдең төп ҡалалары, шул иҫәптән иң ҙурҙары — Окленд һәм Яңы Зеландияның баш ҡалаһы — Веллингтон урынлашҡан. 2011 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәренә ярашлы Төньяҡ утрауҙа 3366100 кеше йәшәй, был ил халҡының яҡынса 76 %-ын тәшкил итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.