From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Федеральная земля Германии Тюрингия (нем. Thüringen), рәсми атамаһы — Тюрингия ирекле дәүләте йәки Тюрингия Республикаһы (нем. Freistaat Thüringen), (произношение ) — Германияның көнсығыш өлөшөндәге федераль ер (провинция).
Тюрингия "Германияның йәшел йөрәге" булараҡ билдәле. Баш ҡалаһы — Эрфурт. Саксония менән бер рәттән Германияның көнсығышында (элекке Германия Демократик Республикаһы) иҡтисади яҡтан иң үҫешкән федераль ерҙәрҙең береһе булып тора.
Тюрингия Гессен (270 км), Бавария (381 км), Саксония (265 км), Саксония-Анхальт (296 км) һәм Түбәнге Саксония (112 км) федераль ерҙәре менән сиктәш.
Тюрингия — Германияла тарихи өлкә. Иртә Урта быуаттарҙа легендар короллек, һуңынан герцоглыҡ. Бынан һуң өлкә Каролингтар тарафынан буйһондорола, һуңынан Изге Рим империяһы составына инә (күп осорҙарҙа номиналь рәүештә генә).
1871 йылдан һуң — Германия империяһы составында, әммә элекке Тюрингия дәүләттәре билдәле бер автономия менән файҙаланғандар. Веймар республикаһында 1920-1934 йылдарҙа Ирекле дәүләт тигән статуслы регион була. Өсөнсө Рейхта һәм артабан ГДР-ҙа автономияһы булмай. Хәҙерге Германияның автономиялы төбәге (федераль ер).
XX быуатта Тюрингия ере хәҙерге Германияның сәйәси картаһында тәүге тапҡыр 1920 йылда революцияға тиклем Германия империяһы составына үҙаллы ингән һигеҙ элекке немец кенәзлеген берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә:
Яңы федераль ерҙең баш ҡалаһы Веймар була.
Икенсе донъя һуғышынан һәм союздаштар тарафынан Пруссия дәүләтен бөтөрөлөүенән һуң, федераль ер составына бер нисә элекке Пруссия территорияһы индерелә (Саксония-Анхальт провинцияһынан Эрфурт административ округы, Гессен-Нассау провинцияһынан Шмалькальден районы), федераль ерҙең баш ҡалаһы Эрфурт була.
1949 йылда Тюрингия Германия Демократик Республикаһы (ГДР) составына инә. 1950 йылда Лангензальц һәм Вайсензе райондары Зондерхаузен районына, Шмалькальден районы Зуль районына ҡушыла, Штадтрод районынан Йена районы бүленеп сыға, ә ҡалған өлөшө Гера районына ҡушыла. 1952 йылда ГДР-ҙа үткәрелгән административ реформа барышында Тюрингия ере бөтөрөлә һәм ул Эрфурт, Гера һәм Зуль административ округтарына бүленә.
1990 йылда Германия берләшкәндән һуң Тюрингия федераль ер сифатында тергеҙелә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Тюрингияның күп кенә ҡалаларында 8-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы дислокациялана, ул Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмдәре составына ингән. Мәҫәлән, Ордруф, Гот һәм Майнинген ҡалаларында 39-сы гвардия мотоуҡсылар дивизияһы подразделениелары урынлашҡан. 1994 йылға ҡарай Германияға ҡарата һуңғы көйләү тураһында килешеүгә яралы 8-се армия билмәһенән сығарыла.
Закондар сығарыу органы — Тюрингия ландтагы (нем. Thüringer Landtag), халыҡ тарафынан һайлана, башҡарма орган — Тюрингия ер хөкүмәте (Thüringische Landesregierung), уның составында Тюрингия еренең премьер-министры һәм Тюрингия еренең министрҙары. 1934 йылға тиклем башҡарма орган булып дәүләт министрлығы тора (Staatsministerium, штатс-министрлыҡ), ер хөкүмәте ағзаларынан торған (Mitglieder der Landesregierung), конституцион күҙәтеү органы — Тюрингия конституция суды (Thüringer Verfassungsgerichtshof), Юғары суд инстанцияһы — Тюрингия юғары ер суды (Thüringer Oberlandesgericht), административ юстицияның юғары суд инстанцияһы — Тюрингия юғары административ суды (Thüringer Oberverwaltungsgericht).
Тюрингия территорияһы райондарға (нем. Landkreis) һәм райондан тыш (райондарға тиңләштерелгән) ҡалаларға (нем. Kreisfreie Stadt). Райондар үҙ сиратында ҡалаларға (нем. Stadt) һәм общиналарға (нем. Gemeinde), ҡалалар — урындағы кварталдарға (нем. Ortsteil), ә общиналар ҙур ауылдарға (нем. Ortschaft) бүленә.
|
|
|
ГДР осоронда, 1952-1990 йылдарҙа Тюрингия территорияһы өс округтан торған: Гера, Зуль һәм Эрфурт.
15 меңдән ашыу халҡы булған ҡалалар 2010 йылдың 31 декабренә ҡарата | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар, иң ҙур лютеран деноминацияһы — Үҙәк Германиялағы Евангелие Сиркәүе (нем. Evangelische Kirche in Mitteldeutschland).
Тюрингияның юғары уҡыу йорттары — дүрт университет һәм ике ғәмәли фәндәр университеты (Fachhochschule).
Тюрингия хөрмәтенә аталған (934) Тюрингия астероиды 1920 йылда асылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.