исемһеҙ һәм стихиялы барлыҡҡа килгән һәм быуындан быуынға тапшырылған нормалар, күҙаллауҙар, ҡағиҙәләр һәм үрнәктәр системаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Тради́ция (лат. trāditiō «риүәйәт», йола) — исемһеҙ һәм стихиялы барлыҡҡа килгән нормалар, күҙаллауҙар, ҡағиҙәләр һәм үрнәктәр системаһы, ярайһы уҡ күп кеше тарафынан ҡылыҡ-тәртиптә ҡулланыла[1]. Традициялар быуындан-быуынға тапшырыла һәм ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләүселәрҙең береһе булып тора.
Традиция | |
Традиция Викимилектә |
«Традиция» төшөнсәһе лат. trāditiō тигән һүҙгә, trādō («тапшырыу») тигән ҡылымға барып тоташа. Башта был һүҙ тура мәғәнәһендә ҡулланылған, матди ғәмәлде аңлатҡан: мәҫәлән, Боронғо Римда берәйһенә берәй әйбер тапшырырға кәрәклеге тураһында һүҙ барғанда, хатта ҡыҙҙы кейәүгә биргәндә лә ошо һүҙҙе ҡулланғандар. Традиция төшөнсәһенең семантик спектры сиктәре, тәү сиратта, тапшырылғандың индивид барлыҡҡа килтергән продукт түгеллеген, әммә уның тарафынан нимәнеңдер кемгәлер тапшырылыуын аңлатҡан төшөнсә булған.
Гидденс Энтони һәм башҡалар фекеренсә, традицияның хәҙерге мәғәнәһе мәғрифәтселек дәүерендә үҫкән[2][3][4]. Традиция боронғо дини йола йәки ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата ла ҡулланылған, тик улар тылсым ҡатнаш мәғәнәһен юғалтҡан осраҡта[5]. Башта традициялар телдән-телгә тапшырылған. Хәтерҙә ҡалдырырға шиғри алымдар, рифма һәм аллитерация кеүек ысулдар ярҙам иткән. Әммә бындай традициялар ҙа билдәле бер осорҙа барлыҡҡа килгән тигән фараз бар[6]. Традициялар бөгөнгө көн ихтыяждарына яраҡлаштырыла ала[7][8]. Традициялар бик яй үҙгәрә[9].
Яңы дәүергә тиклем «традиция» (trāditiō) тигән латин төшөнсәһе мәҙәниәттең үткәне тип, ул хәҙерге көндә актуаллеген юғалтҡан, торғонлоҡ хас булған нәмә менән бәйле тип ҡаралған[10]. Традицияларҙы Европа мәҙәниәте сиктәрендә аңлау Яңы дәүер башынан алып тарихи ҡарашҡа нигеҙләнә. Башта традиция төшөнсәһе бүләк кеүек тапшырылған нәмәгә хөрмәт булып торһа, артабан был аспект яйлап юғала. Антик осор ахырында традиция төшөнсәһе христиан теологияһының үҙәгендә үҫешә, был, бер яҡтан, уның норматив киңәйеүенә, ә икенсе яҡтан — ratio менән традицияны ҡапма-ҡаршы ҡуйыу арҡаһында концептуаль ҡыйынлыҡтар тыуыуға килтерә.
Традицияға, айырыуса сиркәүгә тәнҡитле ҡараш мәғрифәтселек дәүерендә иң юғары нөктәгә етә. Ул саҡта «традиция» төшөнсәһе «иҫкелек» төшөнсәһенең синонимына әйләнә[10].
Мәғрифәтселек дәүерендәтрадиция төшөнсәһе өсөнсө сословиеның социаль-сәйәси эмансипацияһы проблемаһы менән бәйле бәхәстәр үҙәгенә эләгә. Һуңғыһы кешенең ғөмүмән азатлыҡ алыуы менән бәйләнгәс, традиция төшөнсәһе социаль-антропологик дискурс элементына әүерелә. Шул уҡ ваҡытта ул төрлөсә интерпретациялана, хатта уны шәхестең үҫеш юлындағы төп ҡаршылыҡ тип ҡарауға барып етелә. Һуңынан традиционалист авторҙар, атап әйткәндә, Ж. де Местр, иҫәпләүенсә, Мәғрифәтселек дәүере фекер эйәләренең традицияны бөтөнләй ҡабул итмәүе Француз революцияһының идеология нигеҙенә ята.
Мәғрифәтселек дәүерендә традицияларҙы тулыһынса кире ҡағыу арҡаһында консерватив романтизм уны, киреһенсә, рухланып күтәреп ала. XIX быуат башына Европа мәҙәниәтендә традицияларға амбивалент мөнәсәбәт хасил була, уға И. Г. Гердер баһа биреп, традицияны тарихты хәрәкәт иттереүсе төп көс тип һанай, шул уҡ ваҡытта уны шәхси инициативаны һәм тәнҡитле фекер йөрөтөүҙе йоҡлата торған «рухи әфиүн» тип атай. Әммә модерн менталитеты үҫешендә традицияларға мөнәсәбәт кире төҫ ала бара. Был мөнәсәбәтте фәнни танып белеү һәм техник-технологик ҡаҙаныштар көсәйтә генә.
Быны XIX быуаттың беренсе яртыһындағы фәлсәфәүи системаларҙа һәм макросоциологик теорияларҙа күреп була (В. Ф. Гегель, О. Конт, К. Маркс). Әгәр Гегель традицияны бөтә донъя тарихындағы рухты объективлаштырыу барышында мөһим урынға ҡуйһа, Маркс концепцияһында ул синыф һәм төркөм мәнфәғәттәрен сағылдырыу, идеологияның бер өлөшө, дингә бәйлелектә хатта киң халыҡ аңы менән манипуляциялау ҡоралы тип ҡарала. Ф. Ницшела ла кире мөнәсәбәт шәйләнә, ул традицияны ҡараңғылыҡ, артта ҡалғанлыҡ квинтэссенцияһы, суперкеше барлыҡҡа килеүгә ҡамасау тип ҡарай.
XX быуаттың беренсе яртыһының төп һыҙаты булараҡ, социаль тормоштоң «фундаменталь сәйәсиләшеүе» шунда ла сағыла: быға тиклем барлыҡҡа килгән күп һанлы сәйәси йүнәлештәр һәм халыҡ хәрәкәттәре электән килгән социаль традицияларҙы инҡар итеп, үҙҙәренә яңыларҙы уйлап сығарыу менән мәшғүл булған. Быны Э. Хобсбаум үҙ ҡараштарына тарихи нигеҙләмә булдырырға ынтылыш менән аңлатҡан. Был факт үҙе үк традицияларҙың социаль ысынбарлыҡ өсөн атрибутив характерҙа булыуын раҫлай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.