Тикаль
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тикаль — Майя цивилизацияһының иң ҙур ҡаласығы, Мутул батшалығының баш ҡалаһы. Эль-Петен (Гватемала) департаментының Петен провинцияһында урынлашҡанҠеүәтенең иң юғары нөктәһенә Тикаль классик осорҙа етә. Ҡала үҙәгендә түбәһендә ҡорамдар менән бейек һикәлтәле алты пирамида урынлашҡан, бәләкәйерәк күләмдәге пирамидалар Тикалдә ныҡ күп.
Тикаль | |
Культура | Майя |
---|---|
Дәүләт | Гватемала[1] |
Административ үҙәге | Мутульское царство[d] |
Административ-территориаль берәмек | Петен[d] |
Рәсми сайт | tikalpark.com |
Тикаль Викимилектә |
Индеецтар ауылы б.э. тиклем VII быуаттан йәшәгән.
Беҙҙең эраның I — IX быуаттарында ҡала майя цивилизацияһының мөһим үҙәге була. Тикшеренеүселәр фекере буйынса, был ваҡытта уның халҡы 100 меңдән алып 200 меңгә тиклем кеше тәшкил итә. X быуат аҙағына, бер рәт ихтилалдарҙан һуң, ҡаланы халҡы бөтөнләй ташлап китә. Исеме Тик' аль майя телендә «рухтар тауышы ишетелгән урын» тигәнде аңлата. Иероглифик яҙмаларҙа ҡаланың боронғораҡ Йәш-Мутуль — «йәшел бәйләүес» исеме телгә алына.
Тикаль һәм уның тирә-яғы Гватемала хөкүмәте тарафынан шул уҡ исемдәге милли паркҡа индерелә. 1979 йылда милли паркт ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә
Емереклектәре Голливуд Йондоҙ һуғыштарындағы фетнәселәр базаһы кеүек фон сифатында файҙаланыла.
Тикаль иң әһәмиәтле урындарҙың береһе булып тора, унда 2012 йылдың 21 декабрендә байрамдар үтә. Әммә бының һөҙөмтәһендә, властар фекеренсә, ҡомартҡыға ҙур зыян килә[2]
Тикаль һәм Теотиуакан, Чак-Ток-Ичак батшалығы тамамланғандан һуң, дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра, улар Хасав-Чан-Кавиль хакимлығы тамамланыр алдынан бөтә (йәғни, беҙҙең эраның II быуатынан алып 730-сы йылдарға тиклем)[3].
Тикаль ҡалаһында Теотиуакандан сауҙагәрҙәр эшләй.
Ҡаланың торлаҡ йорттар төҙөлөшө 60км² самаһы биләй. Ҡаласыҡта йөҙләгән таш ҡоролма иҫәпләнә, әлегә шуларҙың бәләкәй генә өлөшө ҡаҙылған. Ҡала киҫелеш урынында төҙөлгән, унда эзбизташ убалар һаҙлыҡ менән сиратлаша, шуға күрә ҡоролмаларҙы төркөмдәр менән төҙөргә, ә һуңынан «сакбе» юлдар менән тоташтырырға тура килә[4].
Майялар ҡоролмаларҙы эзбизташтан төҙөгән, уны туранан-тура ҡалала сығарғандар ( килеп сыҡҡан йырындарҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланғандар)[5]. Конструкцияларҙың ағас элементтарын ауыр саподилла ағасынан эшләгәндәр, улар йәшенә ҡарамай, һаҡланып ҡалған.
Ҡаланың йөрәге —үҙәк майҙан, ике билдәле ғибәҙәтхана менән сикләнгән, майҙандан төньяҡта Төньяҡ акрополь урынлашҡан, унда алтарҙар һәм стелалар менән күп һанлы пирамидалар, ә көньяҡҡа ҡарай ваҡытында хакимдарға һәм уларҙың ғаиләләренә һарай булып хеҙмәт иткән ике һәм өс ҡатлы 45 бинанан торған Үҙәк акрополь урынлашҡан[6]. Йырағыраҡ Бишенсе ғибәҙәтхана тора, уның артында тикшерелмәгән Көньяҡ акрополь һуҙылған. Артабан Ете ҡорам майҙаны һәм Мундо-Пердидо ҡорамдарының комплексы («юғалған донъя») тора[7]. Ҡайһы бер ҡоролмалар араһында хакимдар һарайҙарын, бәләкәйерәк күләмле ҡорамдарҙы, Мундо-Пердидола[6] обсерваторияны айырып әйтергә мөмкин, был бина, күрәһең, төрмә булып хеҙмәт иткән (тәҙрәләрҙә ағас брустарҙан рәшәткәләр һаҡланған), туп уйындары өсөн майҙансыҡ бар.
Яҡшы һаҡланып ҡалған яҙыуҙар ҡоролманың төҙөлөш ваҡытын һәм ҡала хакимдарының исемдәрен асыҡларға ярҙам итә.
Бөтә ғибәҙәтханалар ерләү ҡорамдары кеүек төҙөлә. Майялар пирамидаларҙы тауҙарға оҡшаш тип һанағандар, уларҙа, уларҙың ышаныуҙары буйынса, мәрхүмдәрҙең рухы йәшәй[8]. Төҙөлөш алдынан, күрәһең, эзбизташтан ҡоролмалар моделен эшләгәндәр[9].
Төньяҡ акрополь Тикаль хакимдарының иң боронғо ерләү-ҡорам комплексы булып тора. Яҡынса беҙҙең эраның 250 йылдарында акрополде ер менән тигәҙләйҙәр һәм яңынан төҙөй башлайҙар[5].
Икенсе классик комплекс, Мундо-Пердидо («юғалған донъя») башлыса 1970 йылдарҙа Гватемала археологтары тарафынан өйрәнелә[5]. Бында обсерватория, ә уның менән — ҡаланың ритуаль тормош үҙәге урынлаша[10].
Игеҙәк-пирамидалар майя архитектураһында донъя моделе сағылышының үҙенсәлекле миҫалы булып тора: йондоҙҙарҙы күҙәтеү өсөн йәнәшәлә ике майҙансыҡ менән көньяҡта ер аҫты донъяһын кәүҙәләндергән туғыҙ ишек менән ҡоролма, ә төньяҡта стела менән кәртәләнгән майҙансыҡ урынлашҡан. Шундай уҡ оҡшаш сюжеттар саркофагтарҙың ҡапҡастарында Пакалала табыла: кәртә менән донъя ағасы төньяҡта, туғыҙ ишек һәм ер аҫты донъяһының ауыҙы менын көньяҡта. Төньяҡ акрополь һәм үҙәк майҙан шундай ансамбль булдыра, ә һуңыраҡ төҙөлгән I и II ҡорамдар икеләтә пирамида ролен үтәй[11].
Испан авторҙарының Тикаль емереклектәре тураһында тәүге телгә алыуҙары XVII быуатҡа ҡарай. 1848 йылда ҡаласыҡтың тәүге ғилми экспедицияһы ойошторола.
XIX — XX быуат башында улар бер нисә була, барельефтарының һәм яҙыуҙарының һүрәте төшөрөлә. 1951 йылда объектҡа барыуҙы еңелләштереү маҡсатында осоу һыҙаты төҙөлә. 1957—1970 йылдарҙа Пенсильвания университеты хеҙмәткәрҙәре Тикалдә ҙур эштәр башҡара. 1979 йылда Гватемала хөкүмәте Тикалдә яңы археология проекты ойоштора, эштәр дауам итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.