From Wikipedia, the free encyclopedia
Тереғолов Шамил Әхмәт улы (29 август 1947 йыл — 28 ноябрь 2008 йыл) — балет артисы һәм педагог. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, һуңынан баш балетмейстеры (1990—2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985), «Душа танца» призы лауреаты (2007). Балерина Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙының тормош иптәше.
Тереғолов Шамил Әхмәт улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: | |
Һөнәре: |
балет артисы, балетмейстер |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1967—2008 |
Театр: | |
Наградалары: | (1985) |
Шамил Әхмәт улы Тереғолов 1947 йылдың 29 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.
1967 йылда Пермь хореография училищеһын (педагогы Ю. Плахт) тамамлай. Унан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына ҡабул ителә. Шунда уҡ солист итеп тәғәйенләнә. 1989 йылға тиклем бейей, 1990 йылда труппаның баш балетмейстеры була. 1990-сы йылдарҙа театрҙа хореограф Юрий Григорович менән хеҙмәттәшлек итә. Труппаһы менән бергә Италияға, Мысырға, Португалияға, Таиландҡа, Мексикаға, Бразилияға, Швецияға, Германияға, Чехияға, Латвияға гастролдәргә сыға.
Рудольф Нуреев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе була.
Балерина Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙына өйләнә.
Шамил Әхмәт улы 2008 йылдың 28 ноябрендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.
Шамил Әхмәт улы хореография училищеһында белем алған ваҡытта уҡ Закамсктың балет студияһында уҡыта башлай. 1987 йылдан алып 1982 йылға тиклем — Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең классик бейеүҙәре педагогы, 1985 йылдан алыпӨфө хореография училищеһында уҡыта, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының хореография бүлегендә уҡытыусы булып эшләй. Шулай уҡ Японияла уҡыта, Джексонда (АҠШ), Мадридта, Пермдәге «Арабеск — 2000» халыҡ-ара балет конкурстарында дәрестәр (мастер-класс) үткәрә.
Шамил Тереғоловтың күренекле уҡыусылары — Р. Р. Мөхәммәтов, А. В. Зинов, Р. В. Рыкин, А. М. Шәйҙуллин.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.