Тара́с Григо́рьевич[1] Шевче́нко (укр. Тара́с Григо́рович Шевче́нко[1]; 25 февраль 1814 — 26 февраль 1861) — украин шағиры[2]. Шулай уҡ рәссам, прозаик, этнограф һәм революционер-демократ булараҡ та киң билдәлелек алған[3].
Тарас Григорьевич Шевченко | |
Т. Г. Шевченконың иҫән сағындағы фотопортреты, 1859 йыл, (Андрей Деньер фотоһы) | |
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Киев губернаһы Звенигород өйәҙе Моринцы ауылы |
---|---|
Эшмәкәрлеге: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Шевченконың төп өлөшөн шиғриәт алып торған бай әҙәби мираҫы, атап әйткәндә «Кобзарь» шиғри йыйынтығы хәҙерге украин әҙәбиәтенең һәм әҙәби украин теленең нигеҙе булып һанала.
Тарас Шевченко — украин милли яңырыу хәрәкәте эшмәкәре, 1846 йылдың ғинуарынан 1847 мартынаса Киевта ғәмәлдә булған крепостнойлыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән «Кирилл-Мефодий туғанлығы» (Кири́лло-Мефо́диевское бра́тство) йәшерен сәйәси ойошма ағзаһы.
Яҙыусы прозаһының төп өлөшө (повестар, көндәлектәр, хаттарының күпселеге), шулай уҡ ҡайһы бер шиғырҙары рус телендә яҙылған, шунлыҡтан тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө Шевченко ижадын украин әҙәбите менән бергә рус әҙәбиәтенә лә индерә[4][5].
Биографияһы
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
Тарас Григорьевич Шевченко 1814 йылдың 25 февралендә Рәсәй империяһы Киев губернаһы Звенигород өйәҙе (хәҙер Украинаның Черкассы өлкәһе Звенигород районы) Моринцы ауылында крепостной крәҫтиән Григорий Иванович Шевченконың күп балалы ғаиләһендә тыуған.
Атаһы яғынан уның туғанлыҡ тамырҙары Днепр йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан Запорожская Сечь казагы Андрейға барып тоташа, ул XVIII быуат башында Киев губернаһына килгән була. Әсәһе Катерина Якимовна Бойконың ата-бабалары Карпат яҡтарынан күсеп килеүселәр[6].
Тарасҡа ике йәш булғанда уның ата-әсәһе ул саҡтағы Кирилловка (хәҙер Черкассы өлкәһенең Шевченково) ауылына күсенә, малайҙың бала сағы нәҡ бында үтә.
1823 йылда уның әсәһе үлеп китә; атаһы өс балаһы булған тол ҡатынға өйләнә, ул Тарасҡа ҡырыҫ ҡарашта була. 9 йәшенә тиклем малай оло апаһы нескә күңелле һәм мәрхәмәтле Екатерина ҡарауында була, тиҙҙән ул кейәүгә сыға.
1825 йылда, Шевченко 12-се йәш менән барғанда, уның атаһы вафат була. Нәҡ ошо ваҡыттан Тарас өсөн ҡарауһыҙ баланың ауыр күсмә тормошо башлана: башта ул сиркәүҙәге дьячок-уҡытыусыла, артабан күрше ауылдарҙағы икона яҙыусы рәссамдарҙа (буяусыларҙа) хеҙмәтсе була. Үҫмер бер аҙ һарыҡ көтә, шунан урындағы священникта хеҙмәттә була. Дьячок-уҡытыусының сиркәү-приход мәктәбендә Шевченко уҡырға-яҙырға өйрәнә, ә буяусыларҙа рәсем төшөрөүҙең элементар алымдары менән таныша. 1829 йылда 16-сы йәше киткән Тарас яңы помещик Павел Энгельгардтта ашнаҡсы ярҙамсыһы, шунан хеҙмәтсе малай булып хеҙмәт итә. Рәсем төшөрөүгә әүәҫлек уны ташламай[7].
Каспий диңгеҙе буйында, Манғышлаҡ ярымутрауында урынлашҡан Новопетровка нығытмаһында башҡорт тәржемәсеһе, сотник Әхмәт Хәйеров менән таныша һәм уның менән бергә ике йыл хеҙмәт итә[8].
Шевченко-әҙип
Шевченконың ижади мираҫын «Шевченко белгестәре» (шевченковеды) шөғөлләнә. «Шевченко һүҙлеге» («Шевченковский словарь») совет шевченоксылары эшмәкәрлегенең үҙенсәлекле һөҙөмтәһе булараҡ 1976 йылда ике томда донъя күрә.
Шевченко Башҡортостанда
Тарас Шевченконың әҫәрҙәре Башҡортостанда ла киң билдәле, уның китаптары даими сығып торҙо, шиғырҙарын яратып уҡыйҙар. Уның әҫәрҙәрен Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим, Сәләх Кулибай, Мәҡсүд Сөндөклө һәм башҡа шағирҙар башҡортсаға тәржемә иткән. Шағир Ҡәҙим Аралбай Шевченкоға һәм башҡорт батыры Ҡарасҡа бағышлап «Тарас менән Ҡарас» (1989; урыҫ теленә тәржемәлә — «Тарас и Карас») тигән поэма яҙған.
1996 йылда Башҡортостан Республикаһының «Кобзарь» украин милли-мәҙәни үҙәге Өфөләге Мәскәү гуманитар университетының М. А. Шолохов исемендәге филиалы менән берлектә йыл һайын республика «Шевченко көндәре» фестивалье үткәрә.
Тарас Шевченко исеме Өфөләге Украин милли йәкшәмбе мәктәбенә бирелгән, шулай уҡ уның исемендәге урамдар Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларында бар[9]
2015 йылда Т. Шевченконың «Дивлюсь я на небо, та й думку гадаю…» (автор Михайло Петренко!) тигән шиғыры Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһендә Украинаның «Культура і життя» гәзитендә баҫылып сыҡты[10]
руссаға тәржемәләр
- Кобзарь Тараса Шевченко. В переводе русских поэтов. / Под редакцией Н. В. Гербеля. — 3-е изд. — СПб., 1876.
- Шевченко Т. Г. Собрание сочинений в пяти томах / Под ред. М. Рыльского и Н. Ушакова. — Москва: Государственное издательство художественной литературы, 1948—1949.
- Т. 1. Стихотворания и поэмы. 1949. 474 с.
- Т. 2. Стихотворания и поэмы в русских переводах. 1948. 425 с.
- Т. 3. Русские повести. 1948. 466 с.
- Т. 4. Русские повести. Драматические произведения. 1949. 497 с.
- Т. 5. Автобиография. Дневник. 1949. 337 с.
- Шевченко Т. Г. Кобзарь. Стихотворения и поэмы: перевод с украинского. Т. 124. — Москва: Художественная литература, 1972. — 655 с. — (Библиотека всемирной литературы).
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.