Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тайвань боғаҙы (ҡыт. 臺灣海峽, элек Формоза боғаҙы тип аталған) — Азия ҡитға өлөшөнөң көнсығыш яр буйы һәм Тайвань утрауы араһындағы боғаҙ.
Тайвань боғаҙы | |
---|---|
ҡыт. 臺灣海峽 | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе, Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе |
Илдәр | |
Бүлә | Евразия һәм Тайвань утрауы |
Киңлеге | 130—380 км |
Оҙонлоғо | яҡынса 400 км |
Иң тәрән урыны | 1773 м |
Taiwan Strait Викимилектә |
Төп порттары: Гаосюн, Фучжоу һәм Сямынь.
Тайвань боғаҙы Көньяҡ Ҡытай һәм Көнсығыш Ҡытай диңгеҙҙәрен тоташтыра. Боғаҙ оҙонлоғо яҡынса 400 км, киңлеге — 130—380 км. Фарватерҙа иң һай тәрәнлеге — 60 м, максималь тәрәнлеге — 1773 м. Ҡышын боғаҙҙағы ағым (тиҙлеге яҡынса 1 км/сәғ) көньяҡ-көнбайышҡа, ә йәйен — төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлә. Боғаҙҙың төньяҡ өлөшөндә һыу артымы 7,5 метрға барып етә. Һыу артымы ағымдарының тиҙлеге 6,5 км/сәғ тиклем барып етә.
Ҡитға яр буйы бихисап утраулы ҡултыҡтар менән ҡырҡылған, Тайвань утрауы яр буйы тигеҙерәк. Боғаҙҙың көньяҡ өлөшөндә Пэнху архипелагы урынлашҡан.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы хөкүмәте боғаҙ аҫтында Фучжоу һәм Тайбэй ҡалаларын тоташтырыусы транспорт тоннелен төҙөү планын эшләй. Төҙөү урынына ҡарап тоннелдең оҙонлоғо 127 километрҙан 207 километрғаса барып етә, һуңғы варианты ниндәй генә булһа ла был донъялағы иң оҙон һыу аҫты тимер юл тоннеле буласаҡ[1][2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.