From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы (рус. Самигуллин Рафаэль Исхакович; 26 май 1941 йыл — 1994 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе.
Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы | |
Тыуған көнө | 26 май 1941 (83 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Түбәнге Сереккүл, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] |
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Рафаэль Исхаҡ улы Сәмиғуллин 1941 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Түбәнге Сереккүл ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1959 йылда санпэпидстанцияла фельдшер булып башлай. 1960—1963 йылдарҙа Совет Армияһына хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғас, ВЛКСМ-дың Илеш райкомының икенсе секретары, артабан рофессиональ-техник училище директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була. 1974—1985 йылдарҙа КПСС-тың Илеш районы комитетында инструктор, райондың «Сельхозхимия» берекмәһендә управляющий урынбаҫары булып эшләй.
1985—1990 йылдарҙа район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1990 йылдан КПСС-тың Илеш район комитетының икенсе секретары. 1992 йылда дәүләт һәм муниципаль милек менән идара итеү буйынса Илеш район комитеты рәйесе итеп һайлана.[1]
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.[2]
Сәмиғуллин Рафаэль Исхаҡ улы 1994 йылда вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.