From Wikipedia, the free encyclopedia
Сокотра (ғәр. سقطرى) — Һинд океанының Сомали яры буйында, Ғәрәбстан ярымутрауынан көньяҡҡа ҡарай яҡынса 350 км алыҫлыҡта урынлашҡан дүрт утрауҙан һәм ике ҡаянан торған архипелаг. Архипелаг составына кешеләр йәшәгән өс утрау (Сокотра, Әбд-әл-Кури һәм Самха, шулай уҡ Сабуния һәм Каль-Фираун ҡаяһы инә. Дөйөм майҙаны — 3796 км².
Сокотра | |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
---|---|
Дәүләт |
Йемен[1] Народная Демократическая Республика Йемен[d] Махра[d] |
Административ-территориаль берәмек | Socotra Archipelago Governorate[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Ғәрәбстан диңгеҙе |
Ойошма ағзаһы | Кеше һәм биосфера[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1503 метр |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан |
3796 км², 410 460 гектар, 1 740 958 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (x)[d][2] |
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО | unesco.org/new/en/natura… |
Сокотра Викимилектә |
Башлыса кристалл тоҡомдарҙан тора
Архипелаг Йәмән Республикаһының Сокотра мухафазаһы (административ-территориаль берәмеге) өлөшө булып тора[3]. Территориаль яҡтан ике «мудирияға» (районға): Хадибо (административ үҙәге менән бер үк исемле ҡалала) һәм Калансия һәм Әбд-әл-Куриға (административ үҙәктәре менән Калансия ҡалаһында) бүленә.
Сокотра — донъяла континенталь сығышлы иң айырым торған архипелаг; фәнни гипотезаларҙың береһенә ярашлы ул Африканан урта плиоценда айырылған (яҡынса 6 млн йыл элек).
Архипелаг төп Сокотра (3625 км²[4]) утрауынан, Әбд-әл-Кури (133 км²), дөйөм исем аҫтында ике ҙур булмаған «Әл-Ихван» («ағай-эне») утрауынан — Самха (41 км²) һәм Дарса (яҡынса 5 км²)[5], шулай уҡ ике ҙур булмаған кешеләр йәшәгән ҡаянан — Сабуния (0,03 км²) һәм Каль-Фираундан (0,09 км²) тора.
Төп утрау өс географик зонала урынлашҡан: тар яр тигеҙлеге, карст мәмерйәләре урын алған эзбизле яйла, һәм бейеклеге 1503 м (иң бейек нөктәһе Машаниг тауы) тәшкил иткән Хагьер тауҙары.
Климаты тропик сүллекле һәм ярымсүллекле (Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы: BWh һәм BSh), ҡышын еңелсә яуым-төшөм менән, утрау эсендә яр буйы тигеҙлектәренә ҡарағанда улар тауҙарҙа күберәк. Мусон миҙгеле өсөн көслө ел һәм бейек тулҡындар хас
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 27,2 | 28,5 | 30,5 | 32,7 | 34,2 | 33,9 | 32,0 | 32,3 | 32,7 | 31,4 | 29,8 | 28,0 | 31,1 |
Уртаса температура, °C | 22,0 | 23,4 | 25,1 | 27,5 | 28,9 | 29,0 | 27,6 | 27,5 | 27,6 | 26,0 | 24,2 | 22,7 | 26,0 |
Уртаса минимум, °C | 16,8 | 18,3 | 19,8 | 22,2 | 23,7 | 24,1 | 23,2 | 22,8 | 22,6 | 20,6 | 18,7 | 17,5 | 20,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 23 | 18 | 14 | 22 | 37 | 18 | 12 | 15 | 27 | 38 | 18 | 16 | 256 |
Сығанаҡ: http://www.cru.uea.ac.uk/~timm/cty/obs/data/obs.Socotra.htm |
Сокотраның оҙайлы һәм биологик айырымлығы һәм климатының үҙенсәлектәре (көслө ҡоролоҡ һәм эҫелек, май айынан алып сентябргә тиклем ҡойонло миҙгел муссондары, климаттың ҡышҡы айҙарҙа һиҙелерлек йомшарыуы, шулай уҡ таулы райондарҙа айырым климат шарттары) архипелагта юғары кимәлдә эндемизм менән характерланған уникаль үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын барлыҡҡа килтерә. Ошо сәбәп арҡаһында Сокотра ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Сокотра тәбиғәте өсөн ситтән килтерелгән төрҙәр, климаттың үҙгәреүе, шулай уҡ антропоген йоғонто (шул иҫәптән ауыл хужалығы хайуандары менән бәйле) ҡурҡыныс тыуҙыра.
Сокотра үҫемлектәре төрөнөң дөйөм иҫәбе (2006 йыл мәғлүмәттәре буйынса) — 825; эндемик төрҙәренең өлөшө төбәк флораһында 37 % тәшкил итә[6]. Профессор Исаак Бальфур етәкләгән беренсе Британия тикшеренеү экспедицияһы һөҙөмтәләре буйынса (1880), фән өсөн яңы булған ике йөҙҙән ашыу үҫемлек төрө һүрәтләнә; яңы төрҙәрҙең бер өлөшө яңы егерме ҙур төргә индерелә.
Сокотраның иң билдәле эндемик үҫемлектәренең береһе уның символы — Киноварь-ҡыҙыл драцена (Dracaena cinnabari), 10 метрға тиклем бейеклектәге йәшел эшләпәле бәшмәккә оҡшаған төр. Был ағастың ҡабығынан ҡырҡҡанда ҡыҙыл һут аға башлай, ул тиҙ ҡата; урындағы халыҡ уны борондан алып медицина, ветеринария һәм косметик маҡсаттарҙа ҡуллана[6].
Утрауҙың тағы бер билдәле үҫемлеге — Йыуан адениум (Adenium obesum), уның сәскәләре ҡыҙыл төҫтән алып аҡһыл-алһыу төҫкә тиклем була. Күп телдәрҙә уның һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «сүл розаһы» тигәнде аңлата. Шулай уҡ «шешә ағас» тигән исеме лә киң таралған.
Сокотрала алоэ үҫемлегенең күп төрҙәре үҫә, уларҙың күбеһе боронғо замандан уҡ медицинала ҡулланыла. Ғәҙәти булмаған тағы бер эндемик үҫемлек — Дорстения гигантская (Dorstenia gigas).
Утрауҙа күп ҡоштар, шул иҫәптән оҙон ҡойроҡло сокотра сыйырсығы (Onychognathus frater), сокотра нектарницаһы (Chalcomitra balfouri), сокотра турғайы (Passer insularis) һәм алтын ҡанатлы аҡбауыр турғай (Rhynchostruthus socotranus) кеүек эндемик ҡоштар йәшәй. Шулай уҡ архипелаг утрауҙарында Сокотра ҡарағошон архипелагы утрауҙарында осратырға мөмкин.
Ситтән инмәгән һөтимәрҙәр Сокотрала — сокотра ғәзәле, цивета, ярғанаттар.
Архипелагтың этномофаунаһы 25 Hexapoda отрядынан 1564 бөжәк төрөн үҙ эсенә ала (билдәләнгәндәрҙе иҫәпкә алмайынса, әммә Diplura һәм Ephemeroptera танылдырылмағандары). Күп төрлөлөгө менән ҡуңыҙҙар (Coleoptera) отряды айырылып тора, уларҙың 540 төрө күрһәтелә. Эндемик таксондарҙың дөйөм һаны архипелагта 662 төр бөжәктәр һанына, йәки бөтә фаунаның 42 % тигеҙ. Архипелагтың иң ҙур утрауы — Сокотрала (утрау) төрҙәрҙең иң күбе билдләнгән (1520 төр, 635 эндемик таксон)[7].
Утрау янында диңгеҙ фаунаһы һәм флорһы бик күп төрлө. Бында иң һирәк осраған ҡурғаш ҡара төҫтәге ынйы табалар. Урындағы халыҡ яр буйында, кашалоттың аш һеңдереү трактында барлыҡҡа килгән амбра йыя[8].
Архипелагтың бөтә халҡы тиерлек төп утрауҙа, Сокотрала йәшәй (42 442 кеше, 2004). Баш ҡалаһы — Хадибо (халҡы яҡынса 33 мең, 2004). Әбд-эль-Куриҙа (300 кеше, 2004) һәм Самха (100 кеше, 2004), бер нисә йөҙ генә кеше йәшәй, Дарса, Сабуния һәм Каль-Фираунда кеше йәшәмәй.
Сокотраның ерле халҡы сокотралылар, хәҙерге көньяҡ ғәрәп телдәренең семит төркөмөнә ҡараған урындағы сокотра теле диалектында, шулай уҡ ғәрәп телендә һөйләшә. 2014 йылдың ноябрендә Рәсәй тел белгестәре Сокотра өсөн яҙма әҙерләй[13].
Борондан алып сокотра телендә бай телдән шиғри, йыр һәм прозаик традицияһы бар. Хәҙерге сокотра шиғриәте ғәрәп диалекты йоғонтоһона дусар булған. Был шиғри формаларҙан традицион афористик дүрт юллыҡ шиғырҙар теметхель киң таралған. Урындағы бай колорит менән айырылған әкиәттәрҙә сокотралыларҙың боронғо мәҙәниәте Урта диңгеҙ һәм боронғо Европа мәҙәни традициялары бәйләнеше күҙәтелә. (ике туған тураһында боронғо Мысыр хикәйәһенә, шулай уҡ Золушка тураһында әкиәт менән оҡшаған сюжеттар бар — сокотра традицияһында Мехазело (Mehazelo) һ.б.)
Сокотра халҡы архипелагтың айырымлығы, транспорт менән даими бәйләнеш булмауы арҡаһында, бигерәк тә муссондар миҙгелендә, үҙенә тышҡы донъяның йоғонтоһон бөтөнләй тиерлек кисермәй.
Утрауҙың төп продукттары: балыҡ, аждаһа ағасы тәбенгеһе, киптерелгән алоэ һуты — сабур, ҡулдан йөндән туҡылған келәм, финик, иретелгән май, тәмәке. Урындағы тоҡомло һыйыр, ваҡ мөгөҙлө мал, дөйә. Хадебо үҙәнендә баҡсасылыҡ үҫешкән.
Күп кенә сокотралылар әлегә тиклем электр һәм һыу үткәргесһеҙ йәшәй.
1990 йылдар аҙағында БМО-ның үҫеш программаһы буйынса Сокотра утрауы ентекле күҙәтеү аҫтына алына.
Утрауҙа йәмәғәт транспорты Калансияға һәм төньяҡ-көнсығыш яр буйы ауылдарына даими булмаған микроавтобустар менән сикләнә. Водителе менән 4WD прокат автомобилдәре иң популяр
1999 йылдың июлендә даими эшләүсе аэропорт асыла
Архипелагы утрауҙарында туристик инфраструктура насар үҫешкән. Номерҙарында кондиционерҙар, бассейндар һәм ресторандар менән ҡыйбатлы ҡунаҡханалар юҡ. Утрауҙа ял итеү бик наҡыҫ: ҡайһы бер пляждарҙа тент һәм душ менән кемпингтар бар, эре ҡалаларҙа (мәҫәлән, Хадибола) бер нисә ябай ҡунаҡхана бар. Туҡланыу бер төрлө: дөгө, диңгеҙ ризыҡтары, тояҡлы хайуандарҙың ите, йәшелсә, яңы бешерелгән йәймә. Тәм-томдар, консервалар һәм башҡа аҙыҡ-түлек утрауға башлыса Сәғүд Ғәрәбстанынан килтерелә. Туристар араһында архипелагтың айырыусы популяр утрауы булып Сокотра тора: төрлө мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын утрауға 2000 тирәһе турист килә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.