Салауат Юлаев һәйкәле (Палдиски)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Салауат Юлаев һәйкәле Палдискила — Эстонияның Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәл. Билдәле булыуынса, Салауат Юлаев атаһы Юлай Аҙналин менән 1775 йылдың 2 ноябрендә Балтик буйындаға Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙер ҡала Палдиски тип атала) һөргөнгә ебәрелә. Архивта табылған документтар буйынса Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) вафат була.
Һәйкәл | |
Салауат Юлаев | |
Салауат Юлаев һәйкәле | |
Ил | Эстония |
Ҡала | Палдиски |
Салауат Юлаев Викимилектә |
Архитекторы Андрес Нянд. Скульпторы Нечаева Т. П.. Был хеҙмәте өсөн Нечаева Т. П. 1991 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Бюст Карелиянан килтерелгән ҡыҙыл гранитҡа ҡуйылған. Һәйкәлдә Салауаттың герой образы ғына түгел, уның шиғри , үҙ халҡын, тыуған илен яратҡан образы ла урын алған.
Һәйкәл 1989 йылда асыла. Әммә 1994 йылда һәйкәлде төҫлө металл артынан ҡыуыусылар урлай. 1994 йылда Башҡортостан һәм Палдиски ҡалаһы етәкселәре һәйкәлде яңынан эшләп ҡуйырға тигән ҡарарға киләләр. 1997 йылда һәйкәл яңыртылып эшләнә һәм тантаналы шарттарҙа урынына ҡуйыла.
2017 йылдың июль айында Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевҡа мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйыласаҡ. яңы һәйкәл элекке баҡырҙан эшләнгәнен алмаштырасаҡ, сөнки иҫкеһе ваҡыт үтеү менән емерәлә башлаған[1].
Эстонияла йәшәгән башҡорт диаспораһы ҡала хакимиәте менән берлектә Салауат һәйкәле янанда һабантуй, Салауат Юлаевтың тыуған көнө һ.б. саралар үткәрә.[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.