Сайма
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Са́йма (фин. Saimaa, швед. Saimen) — Финляндиялағы иң ҙур күл. Европала майҙаны буйынса дүртенсе сөсө күл. Майҙаны яҡынса 4400 км². Яр һыҙығының оҙонлоғо 15 мең километр. Күлдә 13710 утрау бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1850 км² тәшкил итә. Күлдән берҙә-бер сығыусы йылға — Вуокса Ладога күленә ҡоя.
Озеро | |
Сайма | |
---|---|
фин. Saimaa | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 76 м |
Майҙаны | 4380 км² |
Яр һыҙаты | 14 850 км |
Иң тәрән урыны | 84 м |
Уртаса тәрәнләк | 17 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 61 054 км² |
Урынлашыуы | |
61°15′54″ с. ш. 28°19′32″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Сайма Викимилектә |
Күлдең тектоник сығышлы котловинаһы боҙланыу осоронда киңәйтелгән һәм тигеҙләнгән[1]. Яҡынса 9 000 йыл элек күлдең бер өлөшө Балтик диңгеҙенең ҡултығы булып торған[2]. Яҡынса 8 000 йыл элек күл тулыһынса Балтик диңгеҙенән айырылған. Сайманан сыҡҡан хәҙерге Вуокса йылғаһының Ладога күленә ҡойоуы 5 000 йыл элек формалашҡан[3] (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы — 5 700 йыл элек[4]).
1791—1792 йылдарҙа А. В. Суворов күл буйлап хәрбис форпосттар төҙөй. Был осорҙа Рәсәй империяһы һәм Швеция араһындағы сик күл буйлап үткән[5]. Рәсәй һалдаттары һәм төбәктәге кешеләр күлдең эске өлөштәрендәге ҡултыҡтарҙы тоташтырыусы 4 бәләкәй канал төҙөй: Кутвеле, Кяюхкяя, Куконхарью һәм Телатайпале[6]. Саймалағы башҡа каналдар көнсығыш Финляндияның бәләкәй күлдәре менән тоташтыра һәм һыу юлдары селтәрен барлыҡҡа килтерә. 1856 йылда Сайма күлен Фин ҡултығы менән тоташтырыусы Сайма каналы төҙөлә.
Күлдә балыҡтар бик күп[7].
Сайма күлендә юҡҡа сығыу хәүефе янаған сайма нерпаһы тереклек итә, уның иҫәбе 2012 йылғы баһалама буйынса 310 зат тәшкил итә[8][9].
Яр буйҙарында асбест ятҡылыҡтары бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.