Рәсәйҙең дәүләт именлеген тәьмин итеүсе хеҙмәт From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәте (рус. Федеральная служба безопасности Российской Федерации)
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте | |
---|---|
Федераль именлек хеҙмәте эмблемаһы | |
Федераль именлек хеҙмәте флагы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Бойһоноусылар | Рәсәй Президенты |
Юғары идара | Рәсәй Президенты |
Штаб-квартира | Мәскәү, Лубянка майҙаны, 2 |
Директор | Александр Васильевич Бортников |
Сайт | |
www.fsb.ru |
Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошҡа ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм эшләнгәндәрен асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи базаһын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Рәсәй Федерацияһының «Федераль именлек хеҙмәте тураһында»ғы Законы (1995) тәшкил итә.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт именлеге органдарының төп бурыстары:
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы (рус. Управление ФСБ России по Республике Башкортостан) — Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең территориаль органы. Дәүләт именлеге органдары дәүләттең хоҡуҡ һаҡлау системаһының өлөшө булып тора.
2011 йылдан алып Федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа федераль органдарҙың территориаль идаралыҡтары вәкилдәре Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы Коллегияһы составына индерелә ала. Был турала закон проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 2011 йылда Бюджет, һалым, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында хуплап сыҡты.
Башҡортостанда тарихтары 1918 йылдың 17 мартынан башлана: был көндә ВЧК (Всероссийская Чрезвычайная комиссия) составында Өфө губернаһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы (Уфимская губЧК) ойошторолған.
Уның рәйесе итеп Петр Зенцов тәғәйенләнә.
1919 йылда Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, ул саҡтағы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә БашЧК эшләй башлай.
Уның етәксеһе Әхмәҙулла Биишев була.
Был ваҡытта башлап ВЧК органдарының функциялары һиҙелерлек киңәйтелә: улар разведка, сәйәси эҙләнеү, шпиондар һәм советтарға ҡаршы подполье менән әүҙем көрәш ойоштора.
1922 йылдың 6 февралендә ВЧК органдары РСФСР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Дәүләт сәйәси идаралығы (Государственное политическое управление при НКВД РСФСР) итеп үҙгәртелә.
Шул уҡ йылда, Өфө губернаһы БАССР составына ингәс, ике именлек органы бергә ҡушыла һәм БашГПУ-ға әйләнә. 1923 йылдың 2 ноябрендә ГПУ органдары СССР Халыҡ Комиссариаты ҡарамағындағы Берләштерелгән Дәүләт Сәйәси Идаралығы (Объединенное Государственное Политическое Управление (ОГПУ) при СНК СССР) итеп үҙгәртелә.
1934 йылдың 1 июлендә ОГПУ-ның исеме Главное управление госбезопасности (ГУГБ) при НКВД СССР булып китә.
Быға бәйле республиканың именлек органдары атамаһы ла алмашынып тора. Был йылдарҙа республика именлек органдарын етәкләүселәр:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.