театр актёры, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы (4 май 1964 йыл) — театр актёры. 2003 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).
Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, |
Наградалары: |
Рәсимә Риф ҡыҙы Ғәйфуллина 1964 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Нәсибаш ауылында тыуған. Лаҡлы урта мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон (Ғабдулла Ғиләжев курсы) 1989 йылда тамамлағандан һуң сәнғәттә тәүге аҙымдарын Малаяҙҙағы район мәҙәниәт йортонда башлай, «Йүрүҙән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була.
Артабан уны Йәш тамашасы театрына (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) эшкә саҡыралар. 1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында. «Айская» псевдонимы аҫтында ла сығыш яһай.
Рәсимә Ғәйфуллина күп яҡлы актёр, йырлау һәләтенә эйә. Ижадына художество һәм психологик сараларҙы талапсан, һайлап ҡулланыу хас.
Имеется версия статьи на русском языке: Гайфуллина, Расима Рифовна. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.