Рубидий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рубидий (лат. Rubidium, Rb) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осоро, 1-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 37. Ябай матдә рубидий — йомшаҡ, тиҙ иреүсән һелтеле металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә[9].
Рубидий | |
Масса | 85,4678 ± 0,0003 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Ҡыҙыл төҫ |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Лейцит[d], Поллуцит[d], карналлит[d], Циннвальдит[d] һәм лепидолит[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Роберт Вильгельм Бунзен[d][2][3] һәм Густав Роберт Кирхгоф[d][3] |
Асыу датаһы | 1861 |
Табылыу урыны | Германия |
Элемент символы | Rb[4] |
Химик формула | Rb[5] |
Каноническая формула SMILES | [Rb][5] |
Атом һаны | 37[6] |
Электронная конфигурация | [Kr] 5s¹ |
Электр кирелеге | 1 |
Ионный радиус | 1,52 ангстрем[7], 1,61 ангстрем[7], 1,66 ангстрем[7] һәм 1,72 ангстрем[7] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 1 |
Стандартная молярная энтропия | 69,5 ± 0,05 Дж / (моль·К)[8] |
Рубидий Викимилектә |
Үҙенсәлектәре
Металлик рубидий металлик калийға һәм металлик цезийға тышҡы күренеше, йомшаҡлығы һәм ток үткәреүсәнлеге менән оҡшашлыҡҡа эйә һәм. Рубидийҙы асыҡ һауала һаҡлау ярамай, сөнки барған реакцияларҙа бик күп йылылыҡ бүленеп сыға, хатта ҡайһы берҙә килтерә металдың ҡабынып китеүенә лә килтереүе ихтимал. Рубидийҙың һыуға ҡарағанда тығыҙлығы юғары, шуға күрә башҡа һелтеле металдар төркөмөнән айырмалы рәүештә, һыуҙа бата.
Символы
Рубидий элементының символы — Rb (Рубидий тип уҡыла).
Тарихы
Рубидий 1861 йылда Роберт Вильгельм Бунзен һәм Густав Роберт Кирхгоф тарафынан асыла.
Улар спектраль анализ ярҙамында алюмосиликаттарҙы тикшергәндә яңы элемент табалар. Элементтың спектр һыҙаттары ҡуйы ҡыҙыл төҫтә булғанлыҡтан, уға рубидий тигән исем биргәндәр (латинса rubidus "ҡуйы ҡыҙыл "[10][11].
Ятҡылыҡтары
Рубидий ингән минералдар (лепидолит, циннвальдит, поллуцит, амазонит), Германия, Чехия, Словакия, Намибия, Зимбабве, Төркмәнстанда һәм башҡа илдәрҙә табыла[12].
Йыһанда
Аномаль юғары миҡдарҙа рубидий Торн — Житков объекттарында (объекты Торна — Житков) күҙәтелә (ҡыҙыл гигант йәки сверхгигант, уның эсендә нейтрон йондоҙ бар)[13].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.